Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Март 2020, 12:16

Өй йыйыштырғанда ниндәй салфетка ҡулланырға?

.

Элек хужабикәләр туҙан һөрткәндә иҫке сепрәктәр ҡулланһа, хәҙер һатыуҙа салфеткаларҙың төрлөһө бар. Хатта кибеткә ингәс, ҡайһыһын һатып алырға, тип аптырап та тораһың.
Кафель һәм раковина өсөн етен һәм целлюлозанан эшләнгән салфеткалар ҡулланыла. Оҙаҡ торған таптарҙы таҙарта. Уны металл, пластик, эмаль өсөн дә файҙаланырға була.
Тәҙрә, быяла һәм көҙгөнө махсус микосүстән эшләнгән салфетка менән һөртһәгеҙ, эҙ ҡалмаҫ.
Иҙән йыуыу өсөн һыуҙы яҡшы һеңдергән вискоза сепрәге яҡшы.
Йорт йыһазын һөртөргә микрофибра һәм вискозанан эшләнгән салфетка ҡулай. Туҙанды үҙенә һеңдерә. Һыулы сепрәктең эҙе ҡалмай.
Оргтехникаға антистатик эффектлы салфеткалар кәрәк. Уның менән һөртөп алғас, техникала туҙан йыйылмай тора.
Тап бөтөрөүсе сафеткаларға махсус спиртлы шыйыҡлыҡ һеңдерелгән була. Шуға ла ул май, ҡайнатма, соус, шоколад һәм косметика таптарын яҡшы бөтөрә.
Аш-һыу бүлмәһендә ҡулланыла торған универсаль салфеткалар вискоза һәм полиэстер ҡушып эшләнә. Теләһә ниндәй бысраҡты ла үҙенә һеңдерә.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: