Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре, күп йылдар киң мәғлүмәт сараларында эшләгән Эльвира Ринат ҡыҙы АЙЫТҠОЛОВА Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлаша.
- Конституцияла этномәҙәни һәм телдәр төрлөлөгө һаҡланыуына гарантия нығытылырға тейеш. Халыҡтың был тәҡдимде яҡлап сығырына һәм уның ошо Төп законға индереләсәгенә, артабан был статьяны тормошҡа ашырыу саралары күреләсәгенә бик ышанам. Тәғәйен әйткәндә, улар – туған телдәр буйынса дәүләт программаларын булдырыу, дәреслектәр эшләүҙе финанслауҙы һәм бының буйынса ойоштороу сараларын башҡарыуҙы көсәйтеү. Был маҡсаттар дәреслектәрҙе заманса һәм ҡыҙыҡлы итергә тейешле.
Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды эшләп килә, уны шулай уҡ үҫтереү һәм яңы йөкмәтке менән байытыу талап ителә.
Тарихи хәтерҙе ҡәҙерләү тураһындағы статьяны индереү ҙә бик мөһим буласаҡ. Миңә, әсәй һәм өләсәй булараҡ, Төп законда ғаиләне, әсәйлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау тураһындағы статья идерелеүе үтә мөһим. Ә балаларҙың ата-әсәһе тураһында хәстәрлк күрергә тейешлеге хаҡындағы сара – беҙҙең боронғонан килгән башҡорт йолаһы.