Байкал аръяғындағы хәрби часта һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты Читалағы тикшереү изоляторына ҡайтарғандар.
Әммә әлегә уға туғандары менән осрашыу рөхсәт ителмәгән, әйберҙәр ҙә ҡабул итә алмай. Рәмил камерала яңғыҙ ултыра. Улының хәле тураһында URA.RU сығанағына атаһы Сәлим Шәмсетдинов хәбәр иткән.
Уның белдереүенсә, егетте Мәскәүҙән алып ҡайтҡандар, баш ҡалала психиатрия экспертизаһы үткәргәндәр. Рәмил үҙен яҡшы тоя, изоляторҙағы шарттар менән ҡәнәғәт. СИЗО-ла, тотош илде ҡурҡытҡан коронавирус сәбәпле карантинға бәйле, тотҡондарға 3 апрелгә тиклем туғандары менән осрашыу, уларҙан әйберҙәр ҡабул итеү тыйылған.
Быға тиклем хәбәр иткәнебеҙсә, Рәмилгә Сербский исемендәге Мәскәү институтында психиатрия һәм наркология экспертизаһы үткәрелеп, уның үҙ аҡылында булыуын иҫбатлағайнылар.
Егетте артабан нимә көтә - ваҡыт күрһәтер.