Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
20 Март 2020, 10:50

Ғаилә һәм балалыҡ һағында

/

Ғаилә һәм балалар – Рәсәйҙең киләсәге. Ошоно иҫәптә тотоп, Конституциялағы беренсе үҙгәрештәр ғаилә ҡиммәттәренә һәм йолаларына бәйле буласаҡ.
Ысынлап, мөһим үҙгәрештәр ошо өлкәгә ҡағыласаҡ. Ғаилә һәм балалар - Рәсәйҙең киләсәге гаранты. Демография, йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләләре илдең Төп законының мотлаҡ өлөшө буласаҡ.
Һис шикһеҙ, һәр бала ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Һүҙ тап ҡатын менән ир бергә булдырған традицион Рәсәй ғаиләһе тураһында бара. Беҙҙең илдә бер ҡасан да “беренсе ата-әсә” һәм “икенсе ата-әсә” тигән һүҙбәйләнештәр булмаясаҡ. Конституция балалыҡты, әсәлекте, аталыҡты, ғөмүмән, ғаиләне яҡлаясаҡ. Никах институты беҙҙә традицион кимәлдә ҡаласаҡ.
Тәүҙә ата-әсә балаһын мөхәббәттә тәрбиәләп үҫтерә, аҙаҡ улар ҙурайғас, өлкәндәргә хөрмәт, иғтибар менән ярҙам итәсәк. Илебеҙҙә электән шулай булды һәм артабан да ошо һаҡланасаҡ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: