Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Март 2020, 12:45

Төркиә асыҡ әлегә

.

Республика башлығы сәхифәһенә Алина Ирғәлина, нишләп туроператорҙар һаманғаса тур-путёвкаларҙы һата, тип яҙҙы: "Коронавирусҡа тиклем Төркиәгә путёвка һатып алғайныҡ, ә хәҙер аҡсаны кире ҡайтарырға теләмәйҙәр. Буш самолётта булһа ла осоғоҙ, тиҙәр. Бөгөн белеүемсә, самолёт Вьетнамға ни бары 10 пассажир менән осҡан. Ниңә Төркиәгә юлды рәсми япмайҙар, исмаһам, аҡсаның яртыһын булһа ла ҡайтарыр инек?"
Уға БР туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов яуап бирҙе: "Ростуризм хәбәр итеүенсә, Төркиә Республикаһы - барыһы өсөн дә асыҡ. Сикте ябыу-япмау мәсьәләһен улар үҙҙәре хәл итәсәк.
Хәүеф тыуҙырған һәм хәүефһеҙ илдәр хаҡында мәғлүмәттәрҙе Ростуризм сайтында алырға мөмкин: https://www.russiatourism.ru

Турҙы кире ҡайтарыр өсөн уны һатып алған ергә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡалғаны төҙөлгән килешеү нигеҙендә".
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: