Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләгән доцент ҡатын 1,2 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепле тип табылды. Уның әшнәһе – университеттың тарих һәм политология кафедраһы доценты ришүәт алыуҙа аралашсы булыуҙа һәм мутлашыуҙа ғәйепләнә. Ике доцент та эштән бушатылған.
Мәғлүм булыуынса, ғәйепләнеүсе ҡатын 2016-2018 йылдарҙа, кафедра доценты булып эшләгәнендә, аралашсылар аша ла, әшнәһе ярҙамында ла зачет кенәгәһенә имтихан, курс эштәре өсөн ыңғай баһа өсөн 11 мең һумдан 27 мең һумға тиклем аҡса һораған. Ошо ваҡыт эсендә ул 1,2 миллион һумға “байып” өлгөргән.
Тарих кафедраһының элекке доценты 2018 йылдың июнендә студенттан 22 мең һум аҡса алған саҡта полиция хеҙмәткәрҙәренә тотола. Ир тикшереү барышында үҙенең ҡылған енәйәттәрен таный, ә бына тәүге осраҡтағы доцент ҡатын ҡылған ҡырын эштәрен танымай.
Яңыраҡ был эш буйынса суд ултырышы үтте. Һөҙөмтәлә ҡатын – биш йыл ярымға, ә әшнәһе – тарих факульетының элекке доценты биш йыл да дүрт айға шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителде. Шулай уҡ суд уларҙың икәүһенә лә холоҡ төҙәтеү өсөн дүрт йыл ваҡыт бирҙе, биш һәм өс йылға уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнеүҙе тыйҙы.