Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Март 2020, 18:06

Боҙҙоң йоҡалығын белмәгәндәрме ни!..

/

Пермь крайынан Башҡортостанға балыҡҡа килгән ирҙәр, урындағы кешеләрҙең боҙҙоң йоҡа булыуын иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, тәүәкәлләргә булған. Юҡҡа ғына...
Ныҡыш егеттәр Ағиҙел ҡалаһы эргәһендәге йылғаға ярҙың икенсе яғынан сыға. Ошо урында йәшәгән кешеләрҙең береһе – вахтасы, "Ютуб"та ҡышҡы мауыҡтырғыс балыҡ ҡармаҡлау тураһында блог алып барған егет – ҡунаҡҡа килгән балыҡсыларҙың бер үк мәлдә боҙ аҫтына китеүен күреп ҡала. Бөтә эшен ташлап, дуҫы менән ярҙамға ташлана.
Ирҙәр батҡан мәке янына тиҙ генә килеп етеп, үҙҙәренең ҡалын курткалары ярҙамында бәләгә тарығандарҙы һаҡлыҡ менән боҙ ситенә сығарыуға өлгәшә. Бик ваҡытлы була ярҙам, Пермь егеттәренең инде хәле бөткән, һыуыҡ һыуҙан аңдарын юғалта башлаған була. Бәхеткә күрә, ваҡиға хәйерле тамамлана.
Барығыҙҙы ла иҫкәртәбеҙ, яҙғы боҙ алдаҡсы, йоҡа боҙға ышаныу - иҫәрлек. Уның ҡалынлығын ҡайһы саҡта күҙ менән билдәләү мөмкин дә түгел. Йәйгә тиклем түҙемлегегеҙ етмәһә, яр ситендәрәк ҡармаҡларға кәңәш итәбеҙ, хөрмәтле балыҡсылар!
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: