Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Март 2020, 18:37

БАЛАНЫ ҮЛТЕРЕҮСЕ 16 ЙЫЛДАН ҺУҢ ТОТОЛҒАН

/

Иркутск өлкәһендә Тикшерү комитеты 16 йыл элек булған енәйәт эшен тикшерә башлаған. 2004 йылда баланы үлтергән енәйәтсене тапҡандар

Хәл былай була, дүрт йәшлек ҡыҙ Слюдян районындағы "Утулик" ял базаһы биләмәһендә юғала. Ул ваҡыт баланың кәүҙәһен дә таба алмайҙар. Йылдар үткәс тикшереүҙе ҡабаттан ҡуҙғаталар, һәм төп шаһиттарҙы табалар, уларҙан һорау алғас шикләнеүсенең шәхесе лә асыҡлана. Ул Утулик биҫтәһендә йәшәүсе 41 йәшлек ир булып сыға. Һорау алыу барышында шул асыҡлана, ир ул көндө дуҫтары менән йыйылышып эсәләр. Ял базаһы эргәһенән үтеп барғанда ҡыҙҙы осраталар, иҫерек ир уны ултыртып ала. Таныштары алкоголь эскән арала ҡыҙҙы ир урманға алып керә һәм шунда үлтерә, кәүҙәһен күмеп ҡуя. Ирҙе хөкөм итәсәктәр
Алия Даутова.
Читайте нас: