Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Март 2020, 18:26

АТАҺЫ НИ БАРЫ АШАРҒА ҺОРАҒАН

/

Башҡортостан Юғары суды присяжныйҙар коллегияһының ҡарары нигеҙендә 61 йәшлек иргә “ярҙамға мохтах хәлдәге кешене үлтереү” статьяһы буйынса хөкөм сығарған.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2018 йылдың декабрендә ғәйепләнеүсе өйҙә эскелек менән була. 86 йәшлек атаһы ашарға һорағас, уның арҡаһына һуғып, өс ҡабырғаһын һындыра, аҙаҡ ҡулдары менән быуа башлай.
Енәйәтен йәшереү өсөн ир поликлиниканан атаһының ҡартлыҡ сирҙәренән үлгәнен раҫлаған белешмә алырға маташа. Бындай документ булғанда, пенсионерҙы суд-медицина экспертизаһынан тыш та ерләргә мөмкин булыр ине. Мәйетте тикшергәс, оло кешенең үҙ үлеме менән һәләк булмағаны асыҡлана. Енәйәт ҡылған ир тәүҙә ғәйебен танымаҫҡа тырыша, әммә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр һөҙөмтәһендә хөкөм ҡарары сығарыла. Суд уға 14 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында яза тәғәйенләгән. Иргә ошо хәтлем ғүмерҙе ҡәтғи режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрергә тура киләсәк.
Автор: Алия Даутова.
Читайте нас: