Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Март 2020, 10:40

Усадьбаға ҡул һуҙмағыҙ!

/

Вирус вирус менән, ә тормош дауам итә. Оператив кәңәшмәлә башҡа көндәлек мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Юлдарҙа, янғындарҙа кешеләр көн һайын тиерлек ҡырыла. Уҙған аҙнала аварияларҙа биш кеше һәләк булһа, “ҡыҙыл әтәс” һигеҙ кешенең ғүмерен өҙҙө. Тәү сиратта ошо афәттәрҙең эҙемтәләрен кәметергә кәрәк.
Радий Фәрит улы 13 мартта Өфөлә булған янғынға иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҙәни ҡомартҡы – Бухартовский усадьбаһына ут тоҡанып, саҡ әрәм булманы. Төбәк етәксеһе был хәлде тикшерергә, янғындың сәбәбен асыҡларға ҡушты.
Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы начальнигы Олег Полстовалов белдереүенсә, ут бинаның икенсе ҡатын һәм ҡыйығын боҙған. Усадьбаның артабанғы яҙмышын ведомство-ара комиссия хәл итәсәк.
– Мин бөтәһе лә ишетһен өсөн әйтәм: әгәр кемдер был бинаны яйлап ҡына юҡҡа сығарып, ул урында нимәлер төҙөргә теләй икән, мин быны рөхсәт итмәйәсәкмен, – тине Радий Хәбиров. - Кемдер был участканы алырға теләй икән, кешесә эшләгеҙ: объектты алығыҙ ҙа, нимә мөмкин шуны һаҡлағыҙ.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: