Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Март 2020, 12:22

“Ағиҙел” берекмәһе битлектәр тегә башлай

/

Башҡортостан Хөкүмәтендә коронавирусҡа бәйле хәл буйынса сираттағы онлайн брифинг үтте.
Халыҡ хәл менән даими ҡыҙыҡһынып тора, 14 марттан 18-нә тиклем “Инцидент” системаһында 158 һорау теркәлгән. Кешеләрҙе дарыуханаларҙа һаман битлектәрҙең булмауы, ҡайҙа һәм нисек коронавирусҡа анализдар тапшырырға мөмкинлеге мәсьәләләре борсой.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, баш ҡала дарыуханаларына ошо көндәрҙә тағы ла 15 мең битлек ҡайтарыла, өҫтәүенә бөгөндән республика билмәһендә күп тапҡыр ҡулланыла торғандары тегелә башлаясаҡ, тине. Был бурыс “Ағиҙел” берекмәһенә йөкмәтелә һәм тиҙ арала дарыуханаларҙа марлянан эшләнгән, йыуып, дезинфекциялап, ҡабаттан ҡулланып булған битлектәр барлыҡҡа киләсәк.
Ведомство етәксеһе шулай уҡ халыҡты медицина учреждениеларының битлектәр һәм тейешле препараттар менән тәьмин ителеше өсөн дә борсолмаҫҡа саҡырҙы: кешеләрҙең анализдарын тикшереү, дауалау өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Граждандарҙы республикала үпкәне яһалма елләтеү аппараттарының етеү-етмәүе лә борсой. Брифингта мәғлүм булыуынса, был йәһәттән ҡытлыҡ юҡ, өҫтәмә ошондай аппараттар алыу өсөн федераль кимәлдә лә аҡса бүленгән.
Республика буйынса Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһын асыҡлау өсөн тестар ҙа етерлек, улар аҙна һайын ҡайтарылып тора. Анализ алынғандан һуң, материал алты сәғәт самаһы тикшерелә, бер тәүлектә әҙер була һәм дауалаусы учреждениеға еткерелә.
Коронавирусҡа үҙаллы анализдар тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Бының өсөн коронавирусҡа шикләнгән (бигерәк тә сит илдә йөрөп ҡайтҡан, йәки шундай кешеләр менән аралашҡандар), респиратор инфекцияһы билдәләре булған кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә тейеш, унан инде артабанғы алгоритмды табиптар хәл итә, анализдарҙы йә сирленең йортонда ала, йә гражданды дауаханаға оҙата. Ҡыҫҡаһы, анализдар медицина учреждениеһы йүнәлтмәһе буйынса тикшерелә.
Әлеге ваҡытта республика дауаханаларында коронавирус йоҡторған тигән шик менән 48 кеше дауалана (һуңғы тәүлектә ике кеше госпитализацияланған). Һуңғыларының анализдары тикшерелеү өҫтөндә булһа, ҡалғандарында коронавирус диагнозы асыҡланмаған, тине Максим Забелин.
Республика буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы белгестәре Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция менән сирләүселәрҙең бер аҙ артыуын билдәләне (26 мең кеше, уларҙың 16 меңе - балалар). Бер тәүлек эсендә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 261 кешегә саҡырылған, 20 кешелә киҫкен респиратор инфекция асыҡланған.
Фото: kpcdn.net
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
Читайте нас: