Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Март 2020, 10:52

Юғары ҡан баҫымынан ниндәй аҙыҡ-түлек файҙалы?

/

Ҡан баҫымы күтәрелеп ыҙалатамы? Әгәр шулай икән, ниндәй ризыҡ менән туҡланыуыңа иғтибарлы булырға кәрәк, ти табиптар. Түбәндәге ун төрлө аҙыҡ-түлек юғары ҡан баҫымы йонсотҡанда бик файҙалы.
Майһыҙ эремсек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтә, кальций, магний, калий сығанағы ла. Көн һайын кәмендә 100 грамм эремсек ашарға кәрәк.
Ҡыҙыл болгар боросонда бик күп миҡдарҙа С витамины бар, тимәк, гипертониктарға уны ашау файҙалы ғына буласаҡ. Ул организмға етерлек күләмдә булһын өсөн көнөнә ике яңы өҙөлгән борос ашау ҙа етә.
Лосось - омега-3 май кислотаһы сығанағы, ул үҙ сиратында ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. Аҙнаһына өс тапҡыр 100-150 грамм ашау ҙа бик ярап ҡаласаҡ.
Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың менюһында көн дә булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һоло организмды селен менән байыта, тағы ла унда күҙәнәклек күп.
Ташҡабаҡ орлоғо организмды цинк менән туйындыра,ҡапыл инфаркт булыуҙан һаҡлай. Көнөнә 20 грамм тирәһе орлоҡ ҡулланыу ҙа етә.
Какао ҡан тамырҙарының торошона ыңғай йоғонто яһай, ләкин уның калорияһы ҙур, шуға аҙнаһына 1-2 сынаяҡ ҡына эсергә мөмкин.
Майһыҙландырылған һөттәге калий, кальций, магний һәм витаминдар гипертониктарҙың хәлен яҡшырта. Көнөнә өс стаканға тиклем эсергә мөмкин.
Әсе ҡара шоколад йөрәктең мускулдарын нығыта, ундағы антиоксиданттар ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. Әлбиттә, уны күп миҡдарҙа ашарға ярамай.
Миндалдә холестеринды кәметергә булышлыҡ иткән майҙар бар, өҫтәүенә калий, магний, Е витамины ла ҡан баҫымын төшөрөүгә булышлыҡ итә.
Йәшел сәйҙе даими эсеү ҡандағы холестерин тығындарын иретә, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Япония- иң күп йәшел сәй эсеүсе ил, унда юғары ҡан баҫымы менән ауырымайҙар тиерлек.
фото: zen.yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: