Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Март 2020, 11:31

Уларҙың тырыш хеҙмәте менән көн дә файҙаланабыҙ

.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ул йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, әммә күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, кәйефебеҙ тап ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Районда йәшәгән халыҡтың бар уңайлыҡтар булыуы ойошманың, уларҙа эшләгән бихисап хеҙмәткәрҙең көндәлек эшенән тора.
Әлеге ваҡытта, районда был тармаҡта эш бара. Ҡайһы бер кешеләр йорттарында һыу булмаһа йәки иртә таңдан арыуыҡ ҡына ҡар яуып һалһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, унда эшләгән кешеләрҙе белеп-күрмәй тәнҡитләргә, йә арҙаҡлы “Подслушано Аҡъяр” төркөмөнә яҙып та һала. Эйе, бөгөн иң күп тәнҡит һүҙҙәре ошо тармаҡҡа эләгә. Ләкин тармаҡ эшләй, заман менән ҡуйған талаптарға яуап бирергә тырыша.
Дөйөм хәлде күҙаллау өсөн билдәләп үтергә кәрәк, Аҡъяр ауылында 1-се, 2-се күтәрелеш һурҙырғыс станцияларын, Садовый, Степной, Аҡъяр ауылдарында һыу һәм канализация торбаларын хеҙмәтләндереү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу “ХәйбуллаЖилкомстрой” муниципаль-унитар предприятиеһының бурысы. Был ойошманың хеҙмәте тураһында мәғлүмәт алыу өсөн уның директоры Ришат Сынбулатовҡа мөрәжәғәт иттек.
-Ойошмала 25 кеше эшләй. Аҡъяр ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Уларҙың 6-һы оператор, ҡалғандары водителдәр, слесарҙар. Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки бер яҡтан коллектив ҙур, ә икенсенән һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай, һәр ҡайһыһын үҙ һөнәренең оҫтаһы тиергә була. Халыҡҡа һәм район ойошмаларына хеҙмәт күрһәтеүҙә өлгәшелгән уңыштар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре коллективының берҙәм хеҙмәт емеше ул. Әммә байрамыбыҙ алдынан алдынғыларҙы әйтеп үтеү ҙә дөрөҫ булыр: тракторсылар Мөхәммәт Байғужин, Ринат Сынбулатов, механик Евгений Арясов, оҙаҡ йылдар эшләгән оператор Рәсих Түләшевтарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Район халҡы өсөн өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү, ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу бурысы беҙгә йөкмәтелгән. Предприятие шулай уҡ ойошмаларға һәм шәхси берәмектәргә ассенизация хеҙмәте күрһәтә, һыу һәм канализация үткәргестәр ремонтлай һәм төҙөй.
Быйыл ҡыш, үткән йылдар менән сағыштырғанда айырыуса йылы булды. Ер уйнай, элекке сүген торбалар ярыла, шуға күрә авариялар булды. Аҡъярҙы һыуһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡулдан килгәнсе тырыштыҡ. Йылы булһа ла, ер метр ярымға тиклем туңған, асфальтты ҡаҙыуы ауыр, шул ваҡытта шәхси эшҡыуарҙар Евгений Иманов, Ришат Рәхмәтуллинға рәхмәт. Авария булған да әлбиттә, һыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торорға ла тура килде. Хеҙмәткәрҙәр һәр яҡтан етеҙ. Кәңәшләшеп, урында план төҙөп, бергә эшләйбеҙ, ремонтлап бөтмәйенсә төн булһа ла ҡайтмайбыҙ. Ҡар быйыл күп яуманы, булғанын таҙартып торҙоҡ. Ойошмала барлығы 12 техника.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә предприятиебыҙ эшмәкәрлегендә ярҙам ҡулы һуҙған муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улына, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Әхтәм улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бәлә-ҡаза һорап килмәй, шуға күрә төн булһынмы, шылтыратыу була ҡалһа, авария урынына сығабыҙ. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: Аҡъяр буйынса һыу селтәрҙәре ныҡ иҫкергән, йәғни 60 проценты тулыһынса туҙған.
Артабан да матди ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, иҫкене яңыртырға тырышабыҙ инде.
Тармаҡта эшләүсе барса хеҙмәткәрҙәрҙе ысын күңелдән ҡотлап, халыҡҡа файҙалы хеҙмәттәрендә тик уңыштар юлдаш булыуын, ғаиләләренә сикһеҙ бәхет теләйем,-тине Ришат Рәшит улы.
Заман менән бергә атларға ынтылған кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү ҙә еңел түгел. Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һәм башҡалар өсөн тарифтар артыуына әсенһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе арҡаһында ыҙалай. Нисек кенә булмаһын, әлегә был өлкәлә булғанды һаҡлап, бәпләп торорға ғына ҡала.
Иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып, үтә лә яуаплы, тынғыһыҙ эштә һынатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе беҙ ҙә байрамдары менән ихлас ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Гүзәл Бохарбаева.
Әйткәндәй, Аҡъяр ауыл биләмәһендә һыу өсөн бурыс 3 миллион һумға еткән. Бөтә халыҡ һыуға ваҡытында түләп барһа, ойошманың да бурысы йыйылмаҫ ине. Шунда эшләгән хеҙмәткәрҙәр яҡшы эш хаҡы ла алыр ине...
Читайте нас: