Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Март 2020, 11:01

Район архивында тарих һаҡлана

Уны кешелектең күп быуатлы хәтере тип атарға ла була //

Ваҡыт ҡом араһына аҡҡан һыу һымаҡ һиҙелмәй генә үтә. Һәр беребеҙҙең яҙмышы ауыл, район, төбәк тарихындағы бер ҡом бөртөгө күек булыуы тураһында уйланыусылар һирәктер. Бына ошо тарихты архивтар һаҡлай.
Район архив хеҙмәте мөдире Илһөйәр Юламанова заманса этаптағы архив эшенең әһәмиәте, архив фонды һәм иҫәп эштәре, документтар һаҡланышы буйынса мәғлүмәт бирҙе.
Район архивы фонды
Район архивында 112 фонд иҫәпләнә. Район архив материалдары муниципаль район хакимиәте, муниципаль район Советы, 14 ауыл Советы ауыл биләмәләре, 8 бөтөрөлгән ауыл Советтары (Байғусҡар, Савельевка, Юлбарыҫ, Иләс, Михайловка, Бикбау, Переволочан, Степной), 7 совхоз, 10 колхоз, шулай уғ район учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары документтары һаҡлана.
1966 йылдан башлап һаҡланған рус һәм башҡорт телдәрендәге район гәзиттәре төпләме халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Бындай шулай уҡ район үҫешенә тос өлөш индергән билдәле кешеләр тураһында мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшин, Ленин ордены кавалеры И.Дәүләтбирҙин, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р.Рәхимов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡ.Таулыҡаев, Социалистик Хеҙмәт геройҙары Ә.Фәйзуллин, Ҡ.Сөләймәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ф.Ишемов, афған һуғышында ҡатнашыусы, Хәйбулла районы буйынса яугир-афғанлылар советы рәйесе С.Юлдашбаев һәм башҡалар. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙе ҡатнашыусылар тураһында уникаль документтар һаҡлана.
Төрлө идаралыҡ органдарына: Рәсәй Президентын һайлау, РСФСР, СССР, БАССР Юғары Советына, Рәсәй Федераль Йыйылышына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, муниципаль район Советына, ауыл биләмәләре Советына депутаттар һайлау, урындағы референдум буйынса мөһим документтар фондҡа индерелгән.
Бынан тыш, район тормошон сағылдырған фотоһүрәттәр коллекцияһы ла бар.
Ғөмүмән, районыбыҙ тарихына ингән һәр мәғлүмәт ҡәҙерле. Уларҙы киләсәк быуындарға һаҡларға һәм еткерергә кәрәк. Архив кешелектең белем сығанағы, үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе булып тора. Халҡы­быҙҙың бер ниндәй хаҡ ҡу­йылмай торған байлығын туп­лау, һаҡлау, уларҙы байы­тыу, кәрәк икән ҡағыҙҙарға рес­тав­рация яһатыу - беҙҙең буры­сыбыҙ ул. Архив документтар дәүләткә, йәмғиәткә һәм, әлбиттә, халыҡҡа хеҙмәт итә. Шуға ла мөрәжәғәттәр күп, үткән ваҡиғаларҙы тергеҙеү өсөн күптәр бында рәсми документтар юллау маҡсатында килә.
Һандар телендә
2019 йылда үтәлгән һорауҙар һаны –1961, уларҙың 1655-е социаль-хоҡуҡи, 36-һы тематик йүнәлештә. Пенсия фондының урындағы бүлексәһенән һорауҙар һаны артҡан ( ViPNet программаһы буйынса 1111 элекрон һорау үтәлде).
Архив мәғлүмәттәре менән файҙаланған кешеләр һаны 1629.
Һаҡлауға документтар ҡабул ителде:
даими һаҡлауға—0228 берәмек;
личный состав буйынса –140 берәмек;
фотодокументтар—15 берәмек.
2019 йылда ауыл биләмәләрендә бухгалтерия хеҙмәттәре үҙәкләштерелеү менән бәйле, 14 ауыл биләмәһенән личный состав буйынса 704 берәмек документтарҙы һаҡлауға алыу эше тамамланды (ул 2018 йылдан алып барыла).
2020 йылдың ике айынджа архивҡа 507 һорау килде (былтыр ошо ваҡытта 221 һорау булғайны). Былар эшләмәгән пенсионерҙарға пенсияларын ҡайтанан иҫәпләүҙе ҡараған пенсия реформаһына бәйле.
Читайте нас: