Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Март 2020, 10:47

Леонид Рошаль коронавирус тураһында нимә тине?

/

Киң билдәле доктор, “Милли медицина палатаһы” медицина йәмғиәте союзы президенты Леонид Рошаль был сир тураһында ығы-зығы таратҡан өсөн яза бирергә тәҡдим итеп сығыш яһаны.
"Ғәмәлдә, коронавирус киҙеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ түгел, – ти доктор. – Әле генә хат алдым: йәнәһе, Мәскәүҙә коронавирус йоҡторғандар әллә нисә меңгә еткән, йәһәтерәк кибеткә барып аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡаны алып ҡалығыҙ. Бындай ығы-зығы өсөн яза бирергә кәрәк, бер ниндәй хәүеф юҡ, тыныс ҡына эшләп йөрөгөҙ".
Уның раҫлауынса, киҙеүҙән коронавирусҡа ҡарағанда байтаҡҡа күберәк кеше үлә, ләкин был ғәҙәттән тыш көслө ығы-зығы тыуҙырмай бит.
Фото: rusone.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин.
Читайте нас: