Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Март 2020, 11:36

Гөлйыһан Әбделмәнова оло юбилейын билдәләй

Гөлйыһан Хаммат ҡыҙы ғүмер буйы Әбеш ауылында йәшәһә, эшләһә, бөгөн Аҡъяр ауылында балалары тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. //

Районда олпат юбилейҙарын билдәләүсе инәй-олатайҙарҙы ғүмер байрамдары менән ҡотлау матур традицияға әүерелде. Муниицпаль район, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, ветерандар советы вәкилдәре һәр береһенең өйөнә барып ҡотлай, бүләктәр тапшыра, иң изге теләктәрен еткерә, йәшәү шарттары менән таныша

Бөгөн ил инәһе – Гөлйыһан Әбделмәнова ошондай хөрмәткә лайыҡ. Гөлйыһан Хаммат ҡыҙы ғүмер буйы Әбеш ауылында йәшәһә, эшләһә, бөгөн Аҡъяр ауылында балалары тәрбиәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ил инәһен ҡотларға муниципаль район вәкиле, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, ауылдаштары: Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов, биләмәнең ветерандар советы рәйесе Фазылйән Сурин килде.
Улар Рəсəй Президенты Владимир Путин исеменəн ҡотлап һəм үҙҙəренең бүлəктəрен тапшырып, изге телəктəрен еткерҙеләр.

Гөлйыһан Әбделмәнова оҙаҡ йылдар Әбеш ауылы мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Элекке директоры Фазылйән Айса улы Сурин уны шул тиклем егәрле, эшһөйәр хеҙмәткәр булыуын телгә алып рәхмәттәрен әйтте. Ул заманда мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләүселәр иңенә һәр бүлмәгә утын ташып мейес яғыуҙар ҙа һәм башҡа хужалыҡ эштәре лә төшкән.

Гөлйыһан инәй бөгөн ҡыҙы Гөлсөм, кейәүе Шамил ғаиләһендә йәшәй. Зөлфиә ҡыҙы ла һәр саҡ янында. Башҡа балалары, ейәндәре лә килеп хәл белешеп, ярҙам итеп торалар.
Ил инәһенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Муниципаль район хакимиәте төркөмөнән алынды
Читайте нас: