«Быға тиклем республикабыҙҙа тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының булмауы ҙур етешһеҙлек ине, - тине Башҡорт дәүләт университеты проректоры Азат Ғәлимханов. – Бөгөн ошо диссертация советы эшләй башланы. Бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы бик ҙур булды. Сөнки ул фән һәм юғары белем министрына Башҡорт дәүләт университетының диссертация советын булдырыу тураһында үтенесен хуплауҙы һорап яҙма мөрәжәғәт ебәрҙе. Был үтенес хәл иткес роль уйнаны. Эш шунда: әлеге ваҡытта РФ Мәғариф һәм фән министрлығы диссертация советтары асыуҙы бик хупламай. Күп юғары уҡыу йорттары ошондай үтенестәр менән мөрәжәғәт итә, ләкин кире ҡағыуҙар күп. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар яҡларға була. Был квалификациялы кадрҙар, яңы фән кандидаттары, яңы фән докторҙары әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк».