Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Март 2020, 12:44

Йондоҙнамә (16-22 март)

.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Осраған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, эштәрегеҙҙе уңышлы ғына башҡара алырһығыҙ. Бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында уйлана башлар. Әлегә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Белешегеҙ, күҙәтегеҙ, уйланығыҙ...
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна мөһим һөйләшеүҙәр үткәреү, имтихандар биреү өсөн уңайлы. Үҙе­геҙҙе тыныс тота белеүегеҙ һәр саҡ яр­ҙам итер. Был арала алған тәжри­бә­геҙҙең бик тиҙҙән кәрәге тейер. Йомалағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн әһәмиәтле буласаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор тырыш кешеләр өсөн уңышлы. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү өсөн уңайлы мәл килеп сығыр. Бының өсөн тәжрибәле кешенең ярҙамын да эҙләргә тура килер, бәлки. Ялҡауыраҡтар аҙнаны тыныс үткәрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Уңайлы мәлдәр осрап торор. Тик уңышҡа өлгәшеү өсөн бер аҙ тәүәк­кәллек күрһәтергә кәрәгер. Һәр саҡ һаҡ эш итергә өйрәнгәндәр әүҙемлек күр­һәтһә, бигерәк тә уңыр. Элек боҙолған ара­ларҙы яңынан тергеҙеү мөмкинлеге булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Уңыштарға еңел генә өлгәшергә өйрәнгәндәр өсөн аҙна ауырыраҡ килер. Алда етди ҡыйынлыҡтар һәм бөтөнләй көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа кәйефегеҙ төшмәһен – барыһы ла һәйбәт тамамланасаҡ. Файҙалы тәжрибә лә туплай алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙнаны уңышлы үткәрерһегеҙ. Күңе­легеҙҙе күтәрерлек осрашыуҙар ҙа бу­лыр. Һис тә уйламаған йүнәлештә һиҙе­лерлек алға китерһегеҙ. Ситтән ҡара­ғанда, был хәл осраҡлы ғына кеүек. Ул тик хәҙерге уңыштарығыҙ – элек башҡарған эштәрегеҙҙең һөҙөмтәһе.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осор ыңғай хәлдәр менән иҫегеҙҙә ҡалыр, моғайын. Күптәр яҡындары ме­нән араһын нығытыр. Быға башҡа­лар­ҙың эштәре менән ихлас ҡыҙыҡһы­ныуығыҙ ҙа булышлыҡ итер. Йондоҙҙар элекке бурыстарығыҙҙы ла ҡайтарырға кәңәш итә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Үҙгәреүсән ваҡиғаларға һәр саҡ тыныс ҡарауығыҙ ярҙам итер. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер элекке мәсьә­ләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Шулай ҙа был арала уҡып йөрөгәндәргә бигерәк тә ауыр буласаҡ. Икенсе яҡтан, шәхси мөнәсәбәттәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна һис тә еңел килмәҫ кеүек. Ләкин шишәмбелә ҡатмарлы хәлде лә үҙ фай­ҙағыҙға бороп ебәрә алырһығыҙ. Ҡайһы ваҡыт яҡшы таныш кешеләрҙе лә ҡыйын аңларһығыҙ. Бындай саҡта тулыһынса эске тауышығыҙға таянығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге, өйрәнгән эштәр ҙә уйла­мағанса яй барыр һымаҡ. Һәр яңылыш аҙымығыҙҙың тәрән һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Иң беренсе һеҙҙән даими иғтибарлыҡ талап ителә. Йыш ҡына ышанысһыҙ кешеләр менән эш итергә тура килер, шуға уяу булығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Йорт мәшәҡәттәренән һис тә ҡотолоп булмаҫтыр. Улар өҫтәмә сығымдар ҙа талап итер. Ҡыйын булһа ла, аҡсағыҙҙы иң кәрәкле нәмәгә йәлләмәҫкә ҡушыла. Төп эшегеҙҙә өҫтәмә йөкләмә бирерҙәр. Улар әллә ни ауыр булмаһа ла, күп ваҡытығыҙҙы алыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡатмарлы аҙна. Кеше араһында йыш булырһығыҙ. Бер ниндәй серҙе лә йәшереп булмаҫ – артығыҙҙан күҙә­теүселәр бар. Күп һорау биргән кеше­ләр менән аралашмағыҙ. Кесе йомала ишет­кән тәҡдимдәргә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Өмөтбай
Читайте нас: