Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Март 2020, 14:43

Фейк хәбәр таратыусылар яуапҡа тарттырыласаҡ

/

Шулай итеп коронавирус Рәсәйгә килеп етте. Әлегә Башҡортостанда бер генә лә рәсми дәлилләнгән сирле юҡ. Тик халыҡ араһында паника тыуҙырған кешеләр ҙә юҡ түгел. Ватсап, социаль селтәрҙәр фейк мәғлүмәттәр менән тулған. Имеш, сирләгәндәр күп, имеш, беҙҙән йәшерәләр.
Бөгөн оператив кәңәшмә ваҡытында был йәһәттән Радий Хәбиров бик ҡаты итеп фекерен белдерҙе.
– Беҙҙең өсөн был осраҡта идара итеүсе команданың ышаныслы эшен тәьмин итеү һәм дөйөм алғанда йәмғиәттәге тыныслыҡты һаҡлау мөһим. Шуға күрә бөтә киң мәғлүмәт сараларына, йәмәғәтселек фекерен тыуҙырыусыларға һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәренә мөрәжәғәт итәм. Мин ныҡлы вәғәҙә бирәм, һеҙгә дөрөҫ һәм ваҡытында коронавирус буйынса мәғлүмәт бирәсәкбеҙ. Минеңсә, был мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Республикала хәҙер көн һайын ике тапҡыр иртәнге 9-ҙа һәм киске 8-ҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифинг үткәрәсәк. Унда иң оператив мәғлүмәт еткерелеп торасаҡ.
– Фейк яңылыҡтар таратҡан ахмаҡтарҙы һәм әхлаҡи зәғифтәрҙе асыҡлаясаҡбыҙ һәм эҙәрлекләйәсәкбеҙ. Улар йәмғиәттәге тыныслыҡты боҙорға, ығы-зығы, паника тыуҙырырға тырышыусылар. Тикшерелгән мәғлүмәткә генә ышанырға кәрәк, – тине төбәк етәксеһе.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы республикала вирус таралмауын иҫкәртеү өсөн бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Унда меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан сараларҙы сикләү, сит илдәргә сыҡмау, сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙе ныҡлап тикшереү һәм башҡа саралар ҡаралған.
фото: imag.one
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: