Дүртенсе сабыйына ауырлы ҡатын Өфөләге 4-се бала табыу йортона балаһынан баш тартыу тураһында ғариза яҙырға килә. Шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә икенсе бер пациенттың сумкаһынан аҡса янсығын, банк картаһын сәлдерергә лә өлгөрә.
Уғры ҡатын эргәһендә ултырған пациенттың табипҡа инеп китеүе менән эскәмйәлә ҡалдырылған сумкаға ҡул һуҙа. Бер нисә минуттан ҡабул итеүҙән сыҡҡан әсә аҡсаһының юғалғанын белеп ҡала. Ә коридорҙа бер кем дә юҡ! Камеранан күренеүенсә, әйберҙәр эргәһендә ултырған ҡатын бик оҫта һәм йәһәт кенә сумканан янсыҡты эләктереп пакетына һала ла сығып та китә. Оҙаҡламай бәләгә ҡалған ҡатындың телефонына банк картаһынан аҙыҡ-түлек, шарап, тәмәкегә аҡса тотонолоуы хаҡында хәбәр килә башлай.
Уғрыны тәртип һаҡсыларына асыҡлауы ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Аңлауығыҙса, бур дауаханаға дүртенсе балаһынан ваз кисергә килгән ауырлы ҡатын булып сыға. Әйткәндәй, ул тәүге өс балаһынан да баш тартҡан булған!
Был ваҡиға социаль селтәрҙә йүнһеҙ ҡатынға ҡарата асыу һәм нәфрәт тыуҙырған.