Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә эш башлағандың тәүге көнөнән үк халыҡ менән туранан-тура бәйләнеш булдырып, социаль селтәрҙә “Инцидент” системаһын ойошторорға ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә бөгөн һәр кемдең үҙен борсоған мәсьәләләр, чиновниктарҙың битарафлығы тураһында етәксегә туранан-тура хәбәр итеү мөмкинлеге бар.
Ошо көндәрҙә тап “Инцидент-Менеджмент” системаһы ярҙамында Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына пандустар ҡуйыла. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәр тораҡ пунктында иң мөһим бурыстарҙың береһе булырға тейеш. Баймаҡта ошо йәһәттән мәсьәләне Илнур Атанғолов күтәрҙе.
Пандустар ҡуйыу инвалидтарҙың бихисап проблемаларын хәл итеүҙә тәүге аҙым ғына. Уларға, шул иҫәптән церебраль фалиждан интеккән Илнур Атанғоловҡа хәҙер дауаханаға инеү өсөн ҡаршылыҡтарҙы үтергә тура килмәй: махсус саҡырыу төймәһенә баҫыу менән медицина хеҙмәткәре уға ярҙамға сыға.
Миһырбанлыҡ һәм шәфҡәтлелек бер көн менән генә сикләнергә тейеш түгел, инвалидтарға ҡарата хәстәрлектең көн дә булыуы мөһим. Шул саҡта улар яҡлау табып, тормош ҡуйған һынауҙарҙы еңергә ышаныс тойор ине.