Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Март 2020, 00:26

Еңеү марафоны штандарты Сиҙәм ауыл биләмәһендә

Мәҙәни сарала Бүребай ауыл Советынан 90 үҙешмәкәр ҡатнашыусы хәрби тематикаға ҡағылышлы 19 музыкаль номер менән сығыш яһаны.//#марафонПобеды #чтобытыдышал #75летиеПобеды #хайбуллинский_рдк

Сиҙәм ауылы күп функциялы клубында “Һин һулыш алһын өсөн” район марафоны дауам алды. Сиҙәмдәр Бүребай ауыл биләмәһенән еңеү штандартын ҡабул итеп алды.
Сара башында саҡырылған ветерандарҙы муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Фидан Хәкимов муниципаль район хакимиәте башлығы исеменән сәләмләп, Бөйөк Еңеүгә ҡарата юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Мәҙәни сарала Бүребай ауыл Советынан 90 үҙешмәкәр ҡатнашыусы хәрби тематикаға ҡағылышлы 19 музыкаль номер менән сығыш яһаны. Сиҙәмдәргә йырҙар, бейеүҙәр, театрлаштырылған сәхнә һәм шиғырҙар бик оҡшаны.
Концерт аҙағында Сиҙәм ауылы биләмәһе башлығы Ольга Попова матур тамаша өсөн рәхмәт белдереп, марафон штандартын ҡабул итеп алды.
19 мартта марафон штандарты Федоровка ауыл биләмәһенә тапшырыласаҡ.
https://vk.com/haibrdk

Читайте нас в