Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2020, 16:28

Әсә йөрәге нисек түҙгәндер?!

/

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр күпләп юғала. Был айырыуса йәштәр араһында “модала”. Шуныһы һәйбәт, юғалғандарҙың күпселеге тере һәм һау килеш табыла. Был яҡындарын уйламай сығып киткәндәрҙең баш-баштыҡлығы.
18 йәшлек Илдар Фәррәхов та үҙаллы йәшәп ҡарарға булған, күрәһең. Егеттең ғәйеп булыуы тураһында 24 февралдә билдәле булғайны. Туймазыла тыуып үҫкән Илдар Сорғот ҡалаһында уҡыған һәм эшләгән. Шунда китеп барған сағында Өфөлә поездан төшөп ҡалған һәм ғәйеп булған. Әсәһе ҡурҡышынан полицияға ғариза яҙған. Шулай уҡ ирекмәндәр ҙә эҙләй уны.
Һәм бына кисә яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Илдар табылған. Уны ирекмәндәр тапҡан. Был ваҡытта ул Өфөлә дуҫында йәшәгән. Уның әсәһе был турала “ГорОбзор” баҫмаһына үҙенең фекерен белдергән.
– Табылды. Үҙаллы йәшәп ҡарағаһы, минән һәм инәһенән азат булғыһы килгән. Өфөгә эшкә урынлашҡан, дуҫында йәшәй. Йәштәр хәҙер шундай шул, беҙҙең бында ҡайғырып ултырғаныбыҙ тураһында уйламай ҙа, – тигән ул.
Теләктәрен әсәһенә әйтһә, моғайын ул ҡаршы булмаҫ ине лә. Тик йәштәр ысынлап яҡындары тураһында уйламай шул. Ә меҫкен әсәнең йөрәге түҙмәһә ни эшләр ине икән?
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: