Аҡъярҙа Республика Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары, секретарь һәм система администраторҙары өсөн уҡытыу семинары ойошторҙо.
Семинар Аҡъяр тау колледжы базаһында үтте. Сара алдынан һайлау комиссиялары вәкилдәре өсөн уҡыу йорто буйынса экскурсия үткәрелде.
Республика үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре: Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары М.Гадилов, Үҙәк һайлау комиссияһының хоҡуҡи яҡтан тәьмин итеү бүлеге мөдире Р.Шәмсетдинов, Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Д.Алтынбаевтар быйылғы һайлау кампанияһына әҙерлеккә ҡағылышлы мәсьәләләр, һайлау комиссияларының хоҡуҡи аспекттары практикаһы, һайлаусылар исемлеге һәм граждандар мөрәжәғәттәре буйынса эштәр буйынса һөйләшеү алып барҙы.
22 апрелдә дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреүгә ҡағылышлы фекер алышыуҙар булды.
Территориаль һайлау комиссиялары вәкилдәре уҡытыуҙың әһәмиәтен билдәләп, “түңәрәк өҫтәл” формаһында асыҡ һөйләшеүҙең өҫтөнлөгөн билдәләне.