Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2020, 11:41

Ниндәй тауарҙарҙың ҡиммәтләнеүе көтөлә?

.

Һум курсының түбән төшөүе тауарҙарға хаҡтарҙы күтәрәсәк, тип иҫәпләй аналитиктар. Айырыуса электроника, көнкүреш техникаһы, дарыуҙар, балалар тауарҙары, өҫ һәм аяҡ кейемдәре ҡиммәтләнеүе мөмкин, тип хәбәр итә ”Известия”.
Рәсәйгә сит илдән инеүсе тауарҙарға хаҡтар 10-35 процентҡа артыуы ихтимал. Халыҡ-ара компанияларҙың ил эсендә етештерелеүсе тауарҙарына хаҡтар 10 проценттан да күтәрелмәҫ, тип фаразлайҙар.
“БКС Брокер” инвестициялар бүлеге начальнигы Нарек Авакян әйтеүенсә, электроникаға хаҡтарҙың 20, автомобилдәргә – 5, дарыуҙарға 10-12 процентҡа артыуы мөмкин.
Шулай ҙа фармацевтика буйынса эксперттарҙың фекеренсә, сит илдән индерелгән дарыуҙар ныҡ ҡиммәтләнәсәк, уртаса – 30 процентҡа.
“Альтари” мәғлүмәт-аналитика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Наталья Мильчакова әйтеүенсә, балалар тауарҙарына, өҫ һәм аяҡ кейеменә хаҡтарҙың өстән бер өлөшкә артыуы ихтимал, сөнки был тармаҡтар Ҡытайҙағы сауҙа менән тығыҙ бәйле.
Фото: "Башинформ".
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: