Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2020, 13:49

Ниңә йәшәүҙән туйҙығыҙ, балалар?

/

Балалар суициды хәүефкә һала. Республикала былтыр ғына бәлиғ булмағандар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың 30 осрағы теркәлгән.
Ғүмерҙәрен ҡыйыр алдынан был балалар нимәләр тураһында уйланып, яҡындары менән эс серҙәрен бүлешмәй, үҙҙәренә йомолоп йөрөнө икән?
7 мартта Асҡын районында 12 йәшлек ҡыҙ үҙенең ғүмерен ҡыйғайны. Кисә Өфөнөң Тыныслыҡ урамындағы 18 ҡатлы йорт алдында 11 йәшлек ҡыҙҙың мәйете табылған. Тәҙрәнән һикерер алдынан ул ата- әсәһенә хат та ҡалдырған.
Сабыйлыҡтан да сығып етмәй , йәшәүҙән туйҙығыҙмы, балалар?
Фото: kakprosto.ru
Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Читайте нас: