Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2020, 11:43

Мейестә - хуш еҫле картуф

.

Табынға үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын!
Уны әҙерләү өсөн 900 грамм картуф, ярты стакан йогурт, бер тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы лимон һуты, кипкән орегано тәмләткесе, тоҙ, ¼ сәй ҡалағы дәрсен, мускат сәтләүеге, ¼ сәй ҡалағы тартылған ҡәнәфер, ике аш ҡалағы әлиф майы, бер семтем һарымһаҡ онтағы, тартылған борос, ике һабаҡ петрушка, 30 грамм сыр кәрәк.
Тәүҙә соус эшләйбеҙ. Уның өсөн һарымһаҡты таҙартып иҙәбеҙ. Айырым һауытта йогуртты, орегано тәмләткесен, һарымһаҡты, лимон һутын, дәрсенде, мускат сәтләүеген, ҡәнәферҙе, тоҙҙо һәйбәтләп бутайбыҙ.
Артабан картуфты йыуып таҙартып, оҙонса киҫәктәргә телеп формаға теҙәбеҙ. Әлиф майы, һарымһаҡ онтағы, ҡалған орегано тәмләткесе, тоҙ, борос һибәбеҙ.
Шунан форманы алдан 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйып, өҫтө ҡыҙарғансы 30-35 минут тирәһенә бешерергә ҡуябыҙ. Көймәһен өсөн болғап торабыҙ.
Әҙер картуфҡа соус өҫтәп, ваҡланған петрушка, ҡырылған сырҙы картуфҡа һибәбеҙ.
Өҫтәлгә картуфты йылы көйөнсә бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: W-say.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: