Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Март 2020, 11:37

Маркаға мисәт һуғылды

.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арналған почта конверттары сығарылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Бөгөн “Торатау” конгресс-холында ошо маркаға тәүге мисәт һуғыу тантанаһы булды. Юбилей конверттарына беренсе штемпелде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән парламент етәксеһе Константин Толкачев ҡуйҙы.
– Беҙҙең төбәккә арналған маркалар, открыткалар, конверттар йыш сығарылмай, – тине Константин Толкачев. – Шуға күрә ошондай һәр ваҡиға Башҡортостан тарихын сағылдырған сағыу эпизодҡа әйләнә. Беҙҙең республикаға ҡағылышлы беренсе марка 1933 йылда “Рәсәй халыҡтары” серияһында сығарылған. Бөгөнгө юбилейға арналған конверттар ярты миллион дана итеп баҫылды. Улар республиканың һәр ҡала һәм районында ирекле һатыуҙа буласаҡ.
Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: