Йылғаларҙа һыу запасы нормаға ярашлы, ә һыу баҫа торған ерҙәрҙә дым 50-60 процентҡа күберәк. Шуға күрә, ташҡындың көслө булыуы ихтимал, тип хәбәр итә белгестәр. Әммә, яҙғы ташҡын буйынса әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Республикала боҙ сама менән март аҙаҡтарында китә башлай, тип фаразлана.
Тығындар барлыҡҡа килгәндә боҙ шартлатыусы ете отряд юғары әҙерлектә тора. Быйыл йылғаларҙа һыу норманан 30-160 сантиметрға юғарыраҡ булыр тип фаразлана.
Мәҫәлән, Өфө янында Ағиҙелдең кимәле — 830, Бөрө янында — 820, Шаҡша тирәһендә — 870, Стәрлетамаҡ эргәһендә — 840 сантиметрға етер тип күҙаллана. Бындай осраҡта аҫта ултырған йорт-биналарға һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы янай. Башҡортостан ҡаҙнаһынан ташҡынға ҡаршы сараларға 6 миллион 630 мең һум аҡса йүнәлтелә.
Боҙҙоң ҡалынлығы республика йылға-күлдәрендә 5 сантиметрҙан алып 50 сантиметрға тиклем. Шуға күрә, күпселек боҙ күперҙәр ябылған. Тик Краснокама районында ғына эшләп килә, уныһын да даими тикшереп торалар.
Шуныһы ла, мартта һауа температураһы ғәҙәттәгенән 1-2 градусҡа юғарыраҡ көтөлә. Ә был аҙна аҙағына төндәрен һалҡынайта тип белдерә синоптиктар. 17 муниципалитетта 31 боҙ тығылыу хәүефе булған урын иҫәпләнә. Уларҙы бысыу, ҡарайтыу эштәре башланған. Республикала 46 гидропост булдырылған, улар тәүлегенә 2 тапҡыр йылғаларҙың кимәле тураһында мәғлүмәт бирәсәк.