Быуындар күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу, башҡорт халҡының төплө аҡылын, фәһемле фекерҙәрен киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу маҡсатында Вәлит ауылы китапханаһы «Умырзая» балалар баҡсаһы, ауыл клубы менән берлектә төрлө саралар үткәреп тора.
«Сөмбөлә», «Ҡарға бутҡаһы» байрамдары, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға - «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» әҙәби-музыкаль кисәһе, Башҡорт теле көнөнә арналған «Һөйөклө башҡорт теле» шиғриәт кисәһе лә ауыл китапханаһы янында эшләп килеүсе «Ағинәйҙәр» ҡатнашлығында үткәрелде. Ошо уҡ маҡсатта мәктәп балалары тарафынан башҡорт халыҡ әкиәттәре сәхнәләштерелә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан балалар баҡсаһында тағы бер матур йола – «Бәпес туйы» үтте. Байрамда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, әсәйҙәр, ауыл китапханаһы һәм "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары ҡатнашты. Был йола балаларҙа, ата-әсәләрҙә халҡыбыҙҙыӊ ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Байрамды асып, баҡса хеҙмәткәрҙәре Г.Юнысованың "Бәпес ҡайтты" йырын башҡарҙы. Сараны алып барыусы Айгөл Вәлитова исемдәрҙең кеше яҙмышында мөһим роль уйнауы,балаға исем һайлағанда ҡолаҡҡа ятышлы, мәғәнәле исем һайлау кәрәклеген әйтеп үтте. Сараға килеүсе әсәйҙәр һәм ағинәйҙәр төрлө ырымдар менән таныштырҙы, бишек йырҙары, һикерткестәр һәм әүрәткестәр көйләп ишеттерҙе. Кескәй балаларҙың йыр-бейеүҙәре сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Уларға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Сара күстәнәстәрҙән һығылып торған сәй табыны артында дауам итте. Баҡса мөдире Айгөл Тимерйән ҡыҙы барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, инде традицияға әйләнгән дөйөм сараларҙы тағы ла үткәреү теләген еткерҙе.
Хәлидә Аслаева, ауыл китапханасыһы