Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Март 2020, 18:55

Көйәрмәндәр спортһыҙ ҡалмаҡсы...

.

Бөгөн плей-оффтың алтынсы осрашыуында «Спартак» командаһы «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары менән буш трибунала уйнаясаҡ.
Әлеге лә баяғы коронавирус сире арҡаһында, Рәсәй хөкүмәтенең ҡарары менән күпләп йыйылған сараны ваҡытлыса кисектереү ҡаралған. Шулай итеп, был сир, беҙҙә лә урап үтмәҫкә булды.
Башҡа илдәрҙә күптән инде тыйыу ойошторолған. Әйтәйек, Италияла карановирус сире арҡаһында, бөтә спорт саралары ла туҡтатылып торҙо.
Әлеге ваҡытта унда ун меңгә яҡын кеше ауырып, шуларҙың яртыһы тирәһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Ил етәкселеге шуны уңайҙа тотоп, спорт сараларын 3 апрелгә тиклем туҡтатты.
Ғөмүмән был сир, киләсәктә күп кенә ҙур спорт ярыштарына ҡағылыуы ихтимал. Әле үк хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында буласаҡ чемпионат кисектерелде. Шулай уҡ ошо уҡ төрҙән Швейцарияла ҡаралған донъя беренселеге лә һорау аҫтында тора. НХЛ клубтары ла даими беренселекте уйнатып бөтмәүҙәре хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡан.
Ә бит быйыл Токиола Йәйге Олимпия уйындары һәм дә футбол буйынса Европа чемпионатының финал уйындары ҡаралған.
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: