Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Март 2020, 10:41

Сибай буҙаһы танылыу яулай

/

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай эшҡыуары Гөлназ Азатова халҡыбыҙҙың милли ризығы буҙа етештереү һәм һатыу маҡсатында үҙ кәсебен асҡайны.
Баштараҡ продукцияны унлап ҡына кеше һатып алһа, хәҙер был күрһәткес күпкә артҡан: буҙа Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалаларындағы магазиндарға ла ҡуйылған. Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған етештереү цехында аҙнаһына яҡынса 700 литр шифалы һәм сифатлы эсемлек әҙерләнә.
“Яуланған уңыштар менән сикләнмәҫкә ынтылабыҙ. Етештереү күләмен көнөнә 1000 литрға тиклем еткереү теләк ҙур. Ул саҡта ҙур сауҙа үҙәктәрен дә тейешенсә тәьмин итеү мөмкинлеге буласаҡ. Бының өсөн яңы ҡоролмалар һатып алыу кәрәк. Шулай уҡ киләсәктә башҡа төр аҙыҡ-түлек етештереү теләге лә бар”, - ти Гөлназ Азатова.
Әйткәндәй, эшҡыуарға ире, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе бар яҡлап ярҙам күрһәтә.
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: