Хәйбулла хәбәрҙәре
-11 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Март 2020, 00:04
Мунсала бала тапҡан да онотҡан..
Был ҡырағай һәм ҡот осҡос хәл республиканың Тәтешле районында була.//
Был ҡырағай һәм ҡот осҡос хәл республиканың Тәтешле районында була.
8 мартта 27 йәшлек ҡатын яңы тыуған балаһының кәүҙәһен тотоп дауаханаға килә. Тиҙ арала тикшереү башлана һәм шул асыҡлана. Ҡатын ул баланы биш көн элек мунсала тапҡан һәм... шунда ҡалдырып киткән. Биш көн буйы тыныс ҡына йәшәгән дә, яңы тыуған ҡыҙы иҫенә төшкән. Ҡатын уны алған да, балаға ярҙам күрһәтеү өсөн дауаханаға алып барған. Аңлашылып тора, сабый әллә ҡасан үлгән була.
Әлеге ваҡытта Балтас район-ара тәфтиш бүлеге был хәл буйынса тикшереү алып бара.
– Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан, баланың үлеме сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспетизаһы билдәләгән. Улар әле баланың әсәһе, туғандары һәм яҡындарынан һорау ала, – тиҙәр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Биш көн дауамында “әсәй” кеше нимә тураһында уйлағандыр? Аңлашылмай... Әйтерһең, яңы тыуған сабый һыуыҡ мунсала тере ҡала ала...
Автор: Альфия Мингалиева
https://vk.com/gazetabashkortostan
Башкортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?