Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Йәштәр ил инәләре һәм аҡһаҡалдары шелтәһен алыуҙан оялған.
Бөгөн, пионер, комсомол, партия кеүек ойошмалар юҡ саҡта, киләсәк быуын тап уларҙың аҡыллы һүҙенә, кәңәшенә мохтаж. Өлкән йәштәгеләрҙең өлгөһө һәм тәрбиәһе аша йәштәребеҙ күңеленә иманлылыҡ, мәрхәмәтлек, изгелек, яҡшылыҡ кеүек сифаттарҙы һалыу, халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләү, онотола барған шөғөл-кәсептәребеҙҙе тергеҙеү маҡсатында республиканың һәр районында һәм ауылында ағинәйҙәр хәрәкәте йәйелдерелә.
Беҙҙең ауылыбыҙ республиканың бәләкәй генә өлөшө булһа ла, ағинәйҙәребеҙ һис тә ҡалышмай ҡалғандарҙан. Район кимәлендә генә түгел республика конкурстарында ла ҡатнашалар.