2019 йылда республика биләмәһендә иҫкәртеү йүнәлешендә төрлө саралар үткәрелде, мәҫәлән, “Изге поезд”, “ Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”, “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” акциялары, шулай уҡ медицина форумдары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Быйыл әле эшләп килгән Сәләмәтлек үҙәктәре нигеҙендә йәмәғәтселек сәләмәтлеге үҙәктәре булдырыласаҡ, шулай уҡ һаулыҡты һаҡлау буйынса муниципаль программалар ҡабул ителәсәк. Бөгөн министрлыҡ менән муниципаль берәмектәр араһында 47 килешеү төҙөлгән.
Өҫтәүенә 2024 йылға тиклем урта һәм эре предприятиеларҙа эшселәрҙе сәләмәтләндереү буйынса корпоратив программалар эшләнәсәк. ”Өлкән быуын” проектына ярашлы, республикала 39 гериатрия кабинетында һәм бүлексәләрендә махсус медицина ярҙамы күрһәтелә. Былтыр 3547 пациент һауыҡтырылған. Артабан да был мөһим эш дауам иттереләсәк.