Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 18:13

Урман тупрағы менән ҡар һыуы кәрәк...

.

Тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ әле, етмәһә, баҡса миҙгеле лә яҡынлаша.
Помидор орлоҡтарын, асыҡ грунтҡа ултыртыу өсөн, 10 мартта сәсергә кәрәк. Теплицала үҫтерергә уйлаһаң – иртәрәк.
Баклажан, болгар боросон уңған баҡсасылар февраль айында уҡ ултыртырға өлгөрә.
– Орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан тупраҡты әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Уны, ғәҙәттә, көҙҙән үк алып ҡуялар. Рассада өсөн урман тупрағы яҡшы. Унда гумус тигән органик туҡлыҡлы матдә күп. Тиреҫ индерелмәгән баҡса тупрағында гумус юҡ. Уны ҡулланып булмай. Тупраҡты кесерткән төбөнән алыу ҙа дөрөҫ. Ағастан ҡойолған япраҡтарҙы көҙ көнө йыйыштырып сығарып ташларға түгел, ә уларҙы йыйып, серетмә яһарға кәрәк, - тип кәңәш итә баҡсасылар. - Орлоҡ сәсер алдынан тупраҡты алып индереп йылытабыҙ. Үҫеп сыҡҡан үлән сүптәрен алып тораһың. Алдан хәстәрләп ҡуйылған тартмаға тупраҡты бушатаһың. Бер силәк тупраҡҡа ике аш ҡалағы көл һалаһың. Уны тартма төбөнә лә һалалар. Ҡул менән баҫҡылап ҡуяһың һәм линейка менән шырпы киңлегендә һыҙыҡтар һыҙаһың. Бармаҡ менән төрткөләр яһап, шунда әҙ генә һыу тамыҙып, орлоҡ һалырға кәрәк. Уларҙы 20-25 минутҡа марганцовка иретмәһенә һалып, марля йә гәзиткә йәйеп һалып елләтергә. Орлоҡто ояға һалғас, өҫтөнә ҡоро тупраҡты һибәһең дә, ҡабат бармаҡ менән еңелсә генә баҫҡылап ҡуйырға кәрәк. Был тупрак менән орлоҡ араһында һауа ҡалмаһын өсөн эшләнә, юғиһә, ул оҙаҡ тишәлмәй ята.Һуңынан һыу һибәһең йәки 3 мм ҡалынлыҡта ҡар алып инеп түшәп сығаһың. Тартманы пленка менән ҡаплап, кнопка ярҙамында беркетеп ҡуябыҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ.
Колонка һыуы ҡаты була, ә ҡар һәм ямғыр һыуында Менделеев таблицаһындағы бөтә химик матдәләр бар. Тишелеп сыҡҡансы, һыу һибергә кәрәкмәй. Ҡар тиҙ эрей, дүрт-биш көн тигәндә, үҫентеләр моронлай башлай. Тишелеп сыҡҡас та һыу һипмәйбеҙ, пленка өҫтөнә парланып һыу йыйыла, тамсылар үҙҙәре төшә. Үҫентеләр ҡалҡҡас, пленкаға тейә башлай, шунан һуң ғына уны алабыҙ. Тартманы ҡояшлы урынға урынлаштырабыҙ, температура 18-20 градустан да кәм булырға тейеш түгел. Рассадаға ҡар һыуы һибергә тырышығыҙ. Һыуҙы артыҡ күп һибергә ярамай, балсыҡ ултыра ла үҫемлеккә кислород инмәй башлай. Һөөҙөмтәлә бәшмәк ауырыуы, бигерәк тә ҡара тәпәй ауырыуы барлыҡҡа килә.
Самат Ғәлин
Фото: интернет
Читайте нас: