Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 17:58

Милли проект: Балалар һау булһын

.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанға биш заманса дефибриллятор алынды. Дүрт "Аксион" аппараты Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһы бүлексәләренә ебәрелһә, берәүһен Стәрлетамаҡҡа бүлделәр.
Әлеге ваҡытта табиптар һәм педиатрҙар яңы аппарат менән эшләргә өйрәнә.
«Аксион» дефибрилляторы белгестәргә ҙур ярҙамсы буласаҡ. Уның мөмкинлектәре киң. Аппарат мониторинг ваҡытында өҙлөкһөҙ (аккумуляторҙы алмаштырмайынса) өс сәғәт эшләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты - Рәсәйҙә Президент Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған 12 милли проекттың береһе.
Сығанаҡ: "Башинформ".
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: