Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 17:54

Марттың йылы тороуы Башҡортостанға көслө һәм иртә ташҡын килтереүе мөмкин

.

Белгестәр фекеренсә, республикалағы йылғалар март айы аҙағында боҙҙан әрселәсәк. Был ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк. Шул уҡ мәлдә ятҡылыҡтарҙа һыу запасы нормаға тура килә. Ә бына йылға йырҙаларында тупраҡ көҙгө ямғырҙарҙан йылдағынан уртаса алғанда 50-60 процентҡа юғарыраҡ дым туплаған.
Башгидрометүҙәк начальнигы Вилора Горохольская әйтеп үтеүенсә, әле ташҡындын нисек булырын аныҡ фаразлау иртәрәк. Был март айындағы һауа торошона бәйле. Ҡапыл йылытҡан осраҡта ҡарҙан ирегән күп күләмдәге һыу йылғаларға ағасаҡ - һөҙөмтәлә уларҙың кимәле артасаҡ, ташҡын буласаҡ. Ә бына температура яйлап күтәрелгәндә, һыу тупраҡҡа һеңәсәк йәки йылға ағымы менән китәсәк. Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: