Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 18:15

Космоста ҡунаҡхана асыласаҡ

.

2022 йылда Ер орбитаһында тәүге йыһан ҡунаҡханаһы ишектәрен асасаҡ.
Был хаҡта “Orion Span” компанияһы хәбәр итә. АҠШ ойошмаһы Ер орбитаһына махсус модуль ебәреп, уны туристар өсөн йыһазландырырға планлаштыра.
“Aurora Station” (“Аврора станцияһы”) тип аталған ҡунаҡханала дүрт кеше йәшәй аласаҡ, уларҙы ике экипаж ағзаһы оҙатып йөрөйәсәк.
Йыһанда 12 көнлөк ял сама менән 9,5 миллион долларға төшәсәк. Был суммаға өс айлыҡ осоу күнекмәләре хаҡы ла ингән.
Ер йөҙөндә коронавирус кеүек сирҙәр ҡоторһа, байҙар йыһанға ҡасып, ошондай космос отелдәрендә йәшәй башламаҫ тимә. Әйткәндәй, тәүге брондәр ике йыл элек үк алына башлаған.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас: