Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 18:52

БЕРЛЕКТӘ - ТЕРЕКЛЕК

.

Йәки имам нисек күмер арҡылы берҙәмлектең файҙаһын аңлатҡан
Бөгөн һәр кем эргә-тирәһендәгеләрҙең үҙенә йә йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата битарафлығынан зарлана. Был замана сире беребеҙҙе лә урап үткәндәй түгел, ахыры: атай-әсәйҙәребеҙҙең барып, күҙҙәренә бағып, йәшәйеш-тороштарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, хәл–әхеүәлен белешеүгә ҡарағанда, телефондан “һаумы-һаубыҙ”ҙан әллә ни ары китмәй генә хәлдәрен хәлләүҙе хуп күрәбеҙ, туғандар менән дә шул сама – йыйылһаҡ, туй йә аятҡа ғына. Күршеләр, класташтар, хеҙмәттәштәр, башҡалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел – үҙебеҙ һау ғына булайыҡ та, һыйпағыс телефон эшләһен.
Шулай ҙа... Барыбер йәнле аралашыу, туғандарың менән самауырҙы йыҡҡансы сәй эсеп, табын артында көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп төн уртаһын еткереүгә, бала саҡ хәтирәләренә бирелеп ваҡыт самаһын онотоуға, бер-береңдең күҙенә ҡарап һөйләшеүгә етмәй шул!
Аҡланырлыҡ сәбәптәре лә етәһе: иң беренсе аҡсаһы, ваҡыты, башҡаһы етмәй...
Ошо турала баш ватҡанда бер хикәйәт иҫкә төштө – ҡайҙандыр уҡып, күҙ алдына килтереп, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәйнем.
Шәхси өлгө, берҙәмлек, бергәлектең көсө хаҡында ине ул. Һеҙгә лә бәйән итәйем, бәлки, файҙаһы булыр.
Боронораҡ була был хәл. Бер ир даими рәүештә мәсеткә йәмәғәт менән намаҙ уҡырға йөрөй. Бер мәл ҡапыл мәсеткә йөрөмәҫ булып китә был.
Шунан имам бының өйөнә килергә булып китә. Һыуыҡ бер кис була. Өйгә шаҡып ингәс тә, имам сәләм бирә. Теге ир ҙә уның сәләменән яуап ҡайтара. Баҡтиһәң, йорт хужаһы каминға ут яҡҡан да, шуға тексәйеп, бөтмәҫ-төкәнмәҫ уйҙарына бирелеп ултыра икән. Үтегеҙ, тигән тауышты ишеткәс, имам да тауыш-тынһыҙ ғына камин алдына килеп сүгәләгән. Икәүләп сарт та сорт янған усаҡҡа ҡарап телһеҙ ҡалған былар. Башлап береһе лә һүҙ ҡатмай икән.
Берауыҡ ултырғас, имам янып торған бер тере ҡуҙҙы сипсы менән ҡыҫып алған да, мейес ситенәрәк айырым һалып ҡуйған. Шунан тағы тын ғына ултырыуын дауам иткән.Ниһайәт, яңғыҙ һәм айырым ятҡан тере ҡуҙ, быҙлап ятҡан –ятҡан да, һүнеп ҡуйған. Имам, сәғәтенә күҙ һалған да, китергә булған. Шунан ул теге һүнеп бөткән тиерлек күмерҙе кире сипсыһы менән ҡыҫып алған да, өйөм-өйөм булып ятҡан тере ҡуҙҙар өҫтөнә ташлаған. Һүнгән күмер, осҡондар сәсрәтеп, быҙлап янып киткән.
Имам ишек тотҡаһына үрелгәс, теге ир, күҙ йәштәрен тыя алмайынса, былай тигән: “Эй, имамыбыҙ, килгәнегеҙгә һәм утлы өгөт-нәсихәтегеҙгә рәхмәт. Мин, Алла бирһә, бынан һуң өммәттән айырылмам, мәсеткә йәмәғәт менән намаҙ уҡырға йөрөй башлаясаҡмын”, - тигән...
Эйе, күп һүҙ китапҡа яҡшы, тип тә әйтәләр. Һүҙһеҙ генә лә кешегә аңлатып-төшөндөрөп була икән. Шәхси өлгөң, кинәйәң, аҡылың, матур , күркәм холҡоң аша. Диндә лә бит иң яҡшы дәғүәт – шәхси өлгөң... Аҡыллыға – ишара, тип белмәй әйтмәгән халҡыбыҙ.
А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: