Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 12:58

Ҡатын-ҡыҙҙар советы үҙе бер көс

Бер йыл элек район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе кеүек еңел булмаған йәмәғәт хәстәренә ихлас тотоноп, эш башлаған Сәлимә Байгилдина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

--Сәлимә Альберт ҡыҙы, бөгөнгө составта совет тәүге йыл эшләй. Шулай ҙа һеҙҙең эшмәкәрлек нимәнән ғибәрәт?
— Эйе, мин был ойошмала әлегә яңы кеше. Төп эшем буйынса ла ауылдарҙа йәшәгән актив халыҡ, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар менән тығыҙ бәйләнештәмен. Шулай булыуға ҡарамаҫтан,быныһы яҡшы эшләй, былары һүлпәнерәк, тип һүҙ йөрөтөргә әлегә хаҡым юҡтыр. Тик шуны ышаныс менән әйтә алам: беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы составында бөтә ауылдарҙан әүҙем тормошта ҡайнап йәшәгән, халыҡ араһында, эшләгән коллективында ихтирам яулаған, уңған ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.
Совет эшмәкәрлегенә ауыл ерендә бигерәк тә ихтияж ҙур, сөнки сер түгел, эскелек, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр, эшһеҙлек проблемалары көн үҙәгендә тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эшләгән урындарҙа халыҡ та бик ойошҡан, татыу. Унда мәҙәни тормош та ҡайнап тора, кешеләрҙе өгөтләргә кәрәкмәй, улар һәр идея-башланғысты дәррәү күтәреп ала. Иң мөһиме, беҙҙең хәрәкәт халыҡ менән эшләгәндә урындағы үҙидаралыҡтың төп таянысы булып тора. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа ысынлап та ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте ныҡ әүҙемләште. Бында бигерәк тә мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәренең, ағинәйҙәр хәрәкәтенең роле ҙур.
--Тимәк, район ҡатын-ҡыҙҙар советы гүзәл заттарҙың йәмғиәттәге тотҡан урынын, ғаилә статусын күтәреү өсөн әһәмиәтле эштәр башҡара. Шул хаҡта ла һөйләп үтһәгеҙ ине?
– Бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, гүзәл заттар һәр ваҡыт кәңәшкә, аралашыуға, серләшеүгә, ҡайһы саҡта хатта кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж. Ниндәйҙер бер ауырлыҡ бар икән, мәҫәлән, ире эсәме, балаһы юлдан яҙып барамы – күптәр уны үҙенең генә проблемаһы тип уйлай, үҙенсә был хәлдән сығыу юлын эҙләй. Сетерекле мәсьәләләрҙе сисеү яйын тапмағанда инде ҡатын-ҡыҙ торған һайын үҙенә бикләнә бара һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе берәүҙәр тормош ауырлыҡтарына ҡул һелтәп үҙе лә шешәгә үрелә, төшөнкөлөккә бирелә. Ошондай осраҡта уларға нисек ярҙам итеү, упҡынға төшмәҫ элек ярҙам итеү юлдарын табырға кәрәк. Ошо йүнәлештә райондың Ғаилә хеҙмәте менән тығыҙ бәйләнештә эш йүнәлештәрен барлайбыҙ.
--Һеҙҙең ойошма алдына ниндәй бурыстар ҡуйылған?
--Ауыл кешеһенең тормош яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә өлөш индереү, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ ролен күтәреү, ауыл биләмәләрендә эште әүҙемләштереү, ғаиләләрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү.
--Ҡатын-ҡыҙҙар советы эшмәкәрлеге ниндәй һөҙөмтәләр бирә?
--Урындарҙа совет эшенең һөҙөмтәләре асыҡ күренә. Мәҫәлән, күп ауылдарҙа халыҡ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, йортонда бикләнеп ятмай, ә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәҙәни саралар бындай ауылдарҙа гөрләп тора, кешеләр уларҙы үткәреү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә, матди ярҙам да күрһәтә.
--Быйылға ниндәй пландар билдәләнгән?
--Ағымдағы йылда район ҡатын-ҡыҙҙар советының эш планына яңы проекттар индерелде. Мәҫәлән, советтың интернет-төркөмөн асырға ниәтләйбеҙ. Ошонда уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшмәкәрлеге буйынса мәғлүмәт алырға була, шулай уҡ юристар, табиптарға, психологтарға һорауҙар бирергә мөмкин ( аноним рәүештә лә була). Төрлө тематика буйынса интернет-конкурстар үткәрәргә ниәтләйбеҙ.
Бынан тыш, йыл һайын “Ғаиләм ғорурлығы”, “Йыл ҡатын-ҡыҙы” кеүек масштаблы саралар планлаштырылған. Йәйге осорҙа Хәйбулла районының күренекле (иҫтәлекле) урындарына, тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсиялар ойошторасаҡбыҙ. Шулай уҡ юбилярҙар, яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡотлау, төрлө осрашыуҙар, әңгәмәләр, конкурстар беҙҙең Президиумдың эш планында. Ә инде урындағы ҡатын-ҡыҙҙар планлаштырған сараларға килгәндә, улар бик күп төрлө, фантазияларына иҫ китерлек. Һәр береһен уникаль тип әйтергә була.
Шулай уҡ беҙҙең эшмәкәрлек муниципаль район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре, Ғаилә хеҙмәте, “Алтын быуын” халыҡты социаль яҡлау үҙәге, ЗАГС бүлеге, мәҙәниәт, мәғариф идаралыҡтары, китапхана системаһы һәм “Ағинәйҙәр” клубтары менән тығыҙ бәйләнгән.
--Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙар советы район тормошонда ҙур роль уйнай?
-- Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте һәр ваҡыт мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында. Бына быйылғы йыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы, Хәйбулла районының 90 йыллығы һәм район территорияһында Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү кеүек масштаблы ваҡиғаларға бай. Беҙ, урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы Хәтер һәм дан йылы, Зауыҡлы биләмәләр йылы уңайынан саралар үткәрергә ярҙам итергә һәм үҙебеҙ ҙә әүҙем ҡатнашырға тейешбеҙ.
Сентябрҙә, урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә булышлыҡ итеү беҙҙең туранан-тура бурысыбыҙ.
Читайте нас: