– Һөйөүһеҙ алдым. Һеҙҙең фажиғәле яҙмыштар тураһындағы мәҡәләгеҙҙе уҡығас (унда ла һөйөүһеҙ тормош хаҡында һүҙ бара), үҙемдеке менән бүлешке килде, – тип яҙҙы ул. – Яратмайынса өйләнергә, кейәүгә сығырға ярамай. Быны үҙ миҫалымда ла әйтә алам. Яратһаң, күп нәмәгә түҙәһең, күҙ йомаһың, ә яратмаһаң, сүпте лә сүмәләгә әйләндерәһең икән ул. Мәктәптә бер ҡыҙҙы яраттым. Ул да миңә ҡарата битараф түгел ине. Әммә бергә була алманыҡ: ғаиләләре менән алыҫҡа күсеп киттеләр ҙә аҙаҡ ул шунда үҙ милләтенә кейәүгә сыҡты. Уның кеүек ҡыҙҙы эҙләнем. Ҡай ваҡыт атай-әсәйҙең тыҡыуы арҡаһында, өйләнергә кәрәк шул, тигән уй башыма инеп сыҡҡаны булһа ла, әллә ни ашыҡманым, яңғыҙыма ла рәхәт ине. Тик бер корпоративтан һуң хеҙмәттәштәр менән байрамды дауам итеп, ҡыҙҙар менән танышып, егерме йәшлек Люся менән йөрөп киттек. Һөйөүҙең “һ” хәрефе лә булманы, миңә ни бары уңайлы ине уның менән йөрөүе. Ләкин Люся минән ауырға ҡалғас, яуаплы кеше булараҡ, йәш тә үтеп бара, тип, ата-әсәһе менән барып таныштым, эште оҙаҡҡа һуҙмай, мөнәсәбәттәребеҙҙе рәсмиләштереп ҡуйырға һөйләштек.Туйға әҙерләнгәндә үк ҡайны-ҡәйнәм менән конфликт тыуҙы. Шунда уҡ туй-фәләнде туҡтатырға кәрәк булған да бит. Тик мин, балабыҙ булырға торғас, быға күҙ йомдом. Бәхәс нилектән башландымы? Үҙем дә, атай-әсәйем дә, туйҙы ҙурҙан ҡупмай, кафела үткәреп, ике яҡтан да унлаған парҙы һәм бер нисә дуҫ-әхирәтте, йәштәрҙе саҡырһаҡ, шул етер, тигәйнек, ике бала үҫтергән ҡәйнәм мәғәнәһеҙ рәүештә асыуланды ла китте: “Мин бер бөртөк ҡыҙымды йөрөп тапмағанмын, ул бишенсегә лә кейәүгә сыҡмай, нишләп мин хәйерселәрсә, йәшерен-батырын кеүек, кескәй генә табын ойоштороп торайым? Кешесә туй үткәрергә лә хәлеңдән килмәй икән, һин ниндәй ир ул?” Фәлән-фәсмәтән. Эй, тел ҡысыны инде, фатирға аҡса йыйҙым, тип әйтергә. Нисектер тыйылдым, фатирым барлығын әйтмәнем (уны атай-әсәйемдәр ярҙамы менән һатып алғайным, ремонт үткәрелмәгәйне). Ләкин зитҡа тейҙе бит һүҙҙәре. Ике йөҙ мең һум кредит алып, ресторанда туй үткәрҙек.Туйға тиклем үк кәләш, миңә үҙ өйөбөҙҙә йәшәүе уңайлыраҡ, һинең дә төп эшеңә яҡыныраҡ, тигәс, ҡайны-ҡәйнәләргә күсеп барғайным. Тантананың икенсе көнөнә туйға төшкән аҡсаны һораным. Ҡәйнәм, кейәү, ваҡланып торма, уның инер ере берәү, сығыр ере күп, тип көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы. Мин, фатирым бар, туй аҡсаһына ремонт яһар ҙа шунда күсеп сығыр инек, тигәйнем, ҡәйнәм йәнә ябырылмаһынмы: “Фатирың булғанын әйтмәй, күпме йәшереп йөрөргә теләгәйнең?!” Бына әйтеп торам, тигәнде ҡолағына ла элмәй шарылданы ғына.Ҡәйнә хәтәр булып сыҡты. Беҙҙең араға гел ҡыҫыла, уның ғына һүҙе һүҙ. Бер көндө түҙмәнем, төшкө ашҡа ҡайтҡанымда, кәләш өйҙә юҡ ине, ҡәйнәмә йомшаҡ ҡына итеп шул турала әйттем, йәғни, арабыҙға ҡыҫылмауын үтендем. О, нимә башланғанын күрһәгеҙ! Кәләштең ҡайтыуына ғына тотош тамаша ойошторҙо. Күҙ йәштәренә батып, кейәү мине бында, үҙ өйөмдә, рәнйетә, кәмһетә, тип сәсрәп илай. Әллә, ысынлап, үтә ҡатыраҡ әйтеп ташланыммы икән, тип үҙемдә үҙем шикләнә лә башланым. Ҡәйнәмә кәләш ҡушылды. Ә ҡайным унда – ноль. Ул бар ни, юҡ ни, тауышы ла, тыны ла сыҡмай, үҙ яйына шымтанлап араҡы эсеп, ҡутарғансы һуған ашап, һаҫып тик йөрөй. Ҡатынынан ғәләмәт ҡурҡа, ә мине эшкә һанамаған була. Йәнәһе лә, араҡы ла эсмәгән ир ниндәй ир ул?! Ҡайным тамаҡ сылатырға тәҡдим иткәндә, мин гел баш тартам, ул шуға енләнә. Ғауға мәлендә ҡәйнәм уға, һин нимә ҡарайһың, ҡатының менән ҡыҙыңды рәнйетәләр, тип илаулағас, ҡайным килеп, һүгенеү ҡатыш мине этәреп ебәргән булды. Әлбиттә, уның үҙен этәрҙем. Тәгәрәп барып төштө. Һалмыш йөрөгән кешегә күп кәрәкме ни? Ҡәйнәмә приступ булды, “Тиҙ ярҙам”ды саҡырҙылар. Ярай ҙа полицияны ла ҡуша саҡырманылар, сөнки уларҙан быны ла көтөргә мөмкин ине. Ҡулға эләккән әйберҙәремде алдым да был дурдомдан сығып киттем. Өйгә ҡайтып, инде нишләргә, тип аптырап ятҡанда, атай-әсәйемдән ғәфү үтен, тип кәләш шылтыратты. Ә мин бит ғәйепле түгел, нишләп мин ғәфү үтенергә тейеш? Әлбиттә, баш тарттым. Люся тағы-тағы шылтыратты, мин һине яратам, ошолай ғына араларҙы өҙәңме ни, ә балабыҙҙы уйламайһыңмы, тип илап бөттө. Уны, тыуасаҡ балабыҙҙы йәлләнем дә айырым сығырға тәҡдим иттем. Люся ризалашты. Үҙемдең фатирҙың бер бүлмәһен арлы-бирле йүнәтеп, шунда йәшәй башланыҡ. Ҡайны-ҡәйнә менән аралашмаҫҡа тырыштым. Тик мин тырышыу менән дә, ҡәйнәм беҙҙе тыныслыҡта ҡалдырамы? Бала тыуғас, беҙгә көн һайын эшкә йөрөгән кеүек йөрөй. Мин аңлайым, ул ҡыҙына ярҙам итергә теләй. Ләкин телен тыйһа була ла инде. Әммә юҡ – ҡыҫыла, өйрәтә, аҡыл бирә. Мин өҫтәмә эште өйҙә эшләйем, ә ул, ҡыҙыма бөтөнләй ярҙам итмәйһең, фатирығыҙҙа балағыҙға, ҡыҙыма бер шарт та юҡ, тип бәйләнә. Ҡаршы өндәшмәй түҙәм, асыуым иһә ҡабарғандан-ҡабара.Ҡәйнәмдең тыуған көнөнә барырға теләмәһәм дә, әсәйемдең юбилейы, тип кәләш унда өгөтләп алып барҙы. Барҙыҡ, бүләкте тапшырҙыҡ, мин эсмәгәс, әҙерәк табын артында ултырҙым да сабый янына сығып яттым. Баланы имеҙһә лә, әсәһенең тыуған көнө хөрмәтенә шарап эскән ҡатыным беҙҙең янға сығып, бурылдарға тотондо, имеш тә, кеше араһында рәхәтләнеп күңел дә асып булмай, барыһының да ирҙәре ир кеүек, бер минеке бурһыҡ һымаҡ. Асыуланыштыҡ та, баланы алып сыға башлағайным, кәләш, һин мине яратмайһың, ҡайтмайым, бар, үҙең ҡайт, тип уны минән тартып тигәндәй алды. Яратмауым билдәле, әммә ҡалай булһа ла, ғаиләне һаҡларға тырышам, балабыҙ өсөн өлтөрәп торам, кәләшкә ихтирам менән ҡарайым бит, хәстәрлек күрәм. Ҡәйнәмдең һүҙен һөйләгәне билдәле. Әсәһенән күрмәксе, Люся мине һындырып-бөгөп, минән икенсе Иванычты әүәләргә маташа. Ләкин мин ҡайным Иваныч түгел, ә Фәритыч – эйелеп-бөгөлөү миңә хас түгел. Кеше алдында талашып тормай, яңғыҙым фатирыбыҙға ҡайттым. Люся илап тороп ҡалды, ҡунаҡтар минең турала әллә нимә уйлағандарҙыр. Ярай, уныһы мөһим түгел, ә бына икенсе көндө ҡәйнәмдең минең эшкә килеп тороп, хеҙмәттәштәрем алдында әрләүе оят булды. Өҫтәлемдә стакан менән һыу тора ине, ҡәйнәм тотто ла шуны миңә һирпте. Быны кисерә алманым. Терһәгенән тотоп, елтерәтеп сығарып ебәрҙем. Полицияға барып, кейәүем туҡмай, тип ғариза яҙған, терһәгендә күгәреп тороп ҡалған бармаҡ эҙҙәрен күрһәтеп, фотоға төшөрөп, травмпунктан белешмә алған. Мин айырылышырға ғариза яҙҙым, ҡәйнәм “туҡмаған өсөн” мине судҡа бирҙе. Люся ла мөлкәтте бүлешергә миңә ҡаршы ғариза яҙҙы. Әле шул ҡаңғырыҡ эсендә йәшәп ятыш. Улар минән фатирҙы тартып алмаҡсы. Люся балабыҙға ғына түгел, үҙенә лә алимент түләттермәксе.Күпселек ҡатын-ҡыҙҙың хәйләкәр булыуы билдәле. Был сифат ғаилә тормошон ыңғай көйләргә ярҙам итһә – бик шөкөр ҙә бит, мәкерлеккә таянһа – бөлдөрҙө, тигән һүҙ. Люся ла, әйҙә, ҡабаттан ярашып, бергә йәшәп ҡарайыҡ, бала хаҡына, тип кире килгәс, мин, изге бәндә, уны ҡыуанып ҡаршы алдым. Ә ул, мин эштә саҡта, фатирҙың документтарын эҙләп, өйҙө тентергә килгән булған. Әлдә башым етеп, документтарҙы әсәйемдәргә алып барғайным, интуициям шулай ҡотҡарҙы. Өйҙән нимәне алып сығырға хәле еткән, хәйер, бер үҙе булмағандыр, ата-әсәһе ярҙамға килгәндер, бөтәһен дә алып сыҡҡайнылар. Ярай, алһындар ҙа, әммә һораһа, былай ҙа бирер инем, уртаҡ балабыҙ бар бит. Баланы күрһәтмәйбеҙ, аралаштырмайбыҙ, тип ҡурҡыталар. Ә мин балабыҙҙы яратам, уны һағынам. Ҡай мәлдә, фатирҙы бирәйем дә ҡуяйым, уның ҡарауы балабыҙ менән иркен аралаша аласаҡмын, тип уйлап ебәрәм дә, атай-әсәйемдең дә унда аҡсаһы барлығын иҫләп, туҡталам. Минекеләр – ябай кешеләр, аҡса уларға бушлай күктән төшмәгән, үҙҙәренән өҙөп, миңә инселәп йыйғандар, улыбыҙ торлаҡлы булһын, тип тырышҡандар...Бына шундай күңелһеҙ хәлдәре менән төнгә ҡарай бүлеште яңы танышым. Йүнле бер ни ҙә әйтә лә, йыуата ла алмаһам да, тыңлағаным өсөн дә рәхмәт әйтте. Өйләнгәнгә тиклем алынған фатирға кәләше бер нисек тә дәғүә итә алмауы билдәле лә, тик барыбер ирҙең нервыһын етерлек ҡаҡшаталар икән... *исемдәр үҙгәртелде.