Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Март 2020, 12:04

2 май –Башҡортостанда Хәтер көнө

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.//

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров айырым хәтер көнө тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
«Беҙ быны кешеләргә зыяратҡа барып, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә алырға мөмкинлек биреү өсөн эшләйбеҙ, ә властың бурысы – халыҡҡа уңайлы инфраструктура булдырыу (зыяраттарға маршруттар, дежурлыҡ, бөтә конфессия вәкилдәренең эшен ойоштороу), — тине республика етәксеһе. — Православие динендәгеләрҙең Пасханан һуң билдәләнгән «ата-әсә көнөнә» дәғүә итмәйбеҙ».
«Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тураһында»ғы указда 2 май көнө билдәләнгән. Йыл һайын был көндә маршруттар һәм зыяраттарҙа башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итергә тейеш.
30 мартҡа тиклем республика хөкүмәте ойоштороу мәсьәләрен хәл итергә һәм финанслау сығанаҡтарын табырға бурыслы.
Республика етәксеһенең Указына ҡарата Башҡортостандағы дин әһелдәре үҙ фекерен белдерҙе.
Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин:
--Әлегә тиклем бындай сараларҙы дин вәкилдәре һәр ҡайһыһы айырым үткәрә торғайны. Хәҙер иһә акция йыл һайын ойоштороласаҡ. 2 май Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип рәсми рәүештә иғлан ителгәс, дәүләт органдары һәм дин әһелдәре уны берлектә тормошҡа ашырасаҡ. Уртаҡ эшебеҙ ҙур һөҙөмтә бирер, зыяраттар төҙөкләнер, күркәмләнер, тип уйлайым.
Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы Әхмәт Әхмәров:
--Минең фекеремсә, был көндөң әһәмиәте бик ҙур. Ундай саралар күберәк булырға тейеш, хәҙер хөкүмәт яғынан да иғтибар һәм ярҙам булғас, беҙ мәрхүм яҡындарыбыҙҙы, шулай уҡ һуғышта ҡорбан булғандар рухына доға ҡылып, зыяраттарын тәрбиәләп торорға тейешбеҙ.
Ҡөръәндә Аллаһ беҙ мәрхүмдәр янында доға ҡылырға тейешбеҙ ти. Ғөмүмән, зыярат ҡылғанды да Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хуплаған һәм беҙ ҙә был изге эште хуплайбыҙ.
Читайте нас: