Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 10:25

Журналистика ветерандары БР Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайының яңы иҫтәлекле знагына эйә булды

/

Башҡорт парламенты спикеры Константин Толкачев журналистика ветерандарын "Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай" яңы иҫтәлекле знагы менән бүләкләне. Ул төбәк парламентының 25 йыллығына булдырылған.
Яңы наградаға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы эшмәкәрлеген сирек быуат һәм унан ашыу ваҡыт яҡтыртҡан журналистар лайыҡ булды.
Улар:
Алик Шәкиров, "Башинформ" агентлығының баш мөхәррире,
Рәиф Баҙыҡов, "Республика Башкортостан" гәзитенең фотохәбәрсеһе,
Ришат Миңдейәров, "Башҡортостан" ДТРК-һы радиотапшырыуҙар хеҙмәте начальнигы,
Тәнзилә Үлмәҫбаева, "Башҡортостан" ДТРК-һының радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары,
Гөлдәриә Йосопова, "Башҡортостан" ТРК-һы ДУП-ы мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе.
Коллегаларҙы ҡотлайбыҙ!
Фото: Т.Аманов
Автор: Айбулат Ишназаров.
Читайте нас: