Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 16:29

Йәш булып ҡалғығыҙ килһә...

/

Был шифалы ҡатнашманы әҙерләү өсөн 4/5 стакан етен майы, дүрт лимон, өс баш һарымһаҡ һәм 1 кг бал кәрәк буласаҡ.
Таҙартылған һарымһаҡты, ике лимонды ҡабығы менән ике лимонды ҡабыҡһыҙ килеш ит үткәргестән үткәреп, май менән бал ҡушып бутарға. Әҙер ҡатнашманы ҡапҡасы яҡшы итеп ябылған быяла банкала һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Был шифалы дарыуҙы даими рәүештә ҡулланырға кәңәш ителә. Берәр аҙна ғына ял итеп алырға мөмкин.
Уның файҙаһының сере шунда: етен майы – үҫемлек гормоны. Ул холестерин төйөрсәләрен бөтөрөргә булышлыҡ итә, лимон менән бергә бауырҙың үт юлдарын таҙарта. Ә сәләмәт бауыр тотош организмды йәшәртә.
Лимондағы С витамины – бик яҡшы антиоксидант, иммунитетты көсәйтә, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын нығыта, ә бал тамырҙарҙы туҡландыра.
Фото:Яндекс.
Автор: Сажиҙә Лотфуллина.
Читайте нас: