Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 00:02

Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары көс һынаша

12-13 мартта Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” төбәк конкурсының ярымфиналы үтә.Проект “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм милли ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

12-13 мартта Өфөлә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” төбәк конкурсының ярымфиналы үтә. Проект “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм Дөйөм милли ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Сарала ҡатнашыусылар туризм өлкәһендәге проекттарын тәҡдим итәсәк, билдәле ресторатор, отельер һәм был тармаҡтағы идарасыларҙың оҫтаханаларына эләгеү мөмкинлеге, проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар, белем биреүсе сертификаттар алыу, алдынғы туристик компанияларға стажировка үтеү һәм эшкә урынлашыу өсөн көс һынашасаҡ.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йөҙҙән ашыу конкурсанттың эшлекле һәм шәхси сифаттары төрлө яҡлап баһаланасаҡ. Улар төркөм менән һәм үҙаллы аналитик бурыстарҙы хәл итәсәк, үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк, саҡырылған эксперттар ҡатнашлығындағы белем биреүсе сараларҙа ҡатнашасаҡ. Программала – флешмобтар, интеллектуаль уйындар, экскурсиялар, “Оҫталар һуғышы”, нетворкинг-пати һәм журналистар өсөн көс һынашыу саралары.
Был Бөтә Рәсәй конкурсының маҡсаты – һөнәри мөмкинлектәрҙе асыу, яңы йолалар булдырыу, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә сервис һәм һөнәр абруйын күтәреү. Иң яҡшы автор проекттары ярҙам аласаҡ һәм Рәсәй төбәктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Был бәйге былтыр ноябрҙә башланып киткәйне. Ул бөтә Рәсәйҙе үҙенә йәлеп итте, һынауға 20935 ғариза килгән. Февралдән апрелгә тиклем илдең туғыҙ төбәгендә ярымфиналдар үтә. Уларҙа еңгән кешеләр дөйөм Рәсәй финалында тәүге 50 урын өсөн көс һынашасаҡ. Финал апрелдә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” форумында үтәсәк.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: