Сәскә бүләк итеү – мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?
Бер миҙгелдә 20 меңдән ашыу сәскә һатыла. Ләлә сәскәләрен яҙ байрамына өлгөртөр өсөн көҙҙән үк ултырта башлайҙар. Уларҙың төрҙәре бихисап, быйыл айырыуса күк төҫтәге ләләләргә һорау күп. Күк төҫ - ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Аҡ иһә наҙлылыҡ, ҡыҙыл - дәртле мөхәббәт, һары - шатлыҡ, ләззәт, һарғылт ҡыҙыл - яҡшы кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек теләүҙе аңлата. Сәсәкле йә иһә ябай тажлы ләлә сәкәләрен һайлау - һәр кемдең үҙ ҡарамағында. 8 март байрамына ҡыҙҙарға күпселек ләлә сәскәләрен бүләк итһәләр, ир-егеттәр хәләл ефеттәренә ҙур гөлләмәләр һайлай. Әлбиттә, гөлләмәләрҙең хаҡтары ла төрлө. Флористар теләгәнеңде 500 һумдан йыйып бирә.
Гөлләмәләр артынан сират йыйыла, байрам алдынан ҡәҙимгесә сәскәләргә хаҡтар ҙа арта. Клиенттарҙы ҡәнәғәт ҡалдырыр өсөн төрлө акциялар тәҡдим ителә. Байрамға тағы ла үҙенсәлекле бүләктәрҙең береһе - фрукет йәки емеш-еләктән гөлләмә. Тәмлекәстәрҙән, төрлө йәшелсәнән, емеш-еләктән гөлләмә заказ буйынса эшләнә. Интернет селтәрендә был шөғөлдө үҙ итеүселәр һаны киң таралған булһа ла, байрам алдынан уларға ла ҙур сират. Емеш-еләкте ҡапсыҡҡа һалып алғансы, уны матур итеп биҙәп бирһәң, байрам кәйефе лә арта, иҫтә лә ҡала.