Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 16:41

“Модала” матур тигәнде аңлатмай

/

Матур кейенгең килһә, “был модала” тигән һүҙҙе оноторға кәрәк. Мода тураһындағы тәмле-татлы һүҙҙәр башығыҙҙы әйләндермәһен, хаҡ юлдан яҙлыҡтырмаһын.

Һеҙҙең гардеробта һәр саҡ кәүҙәгә килешле бер нисә әйберҙән торған төп кейемдәрегеҙ булһын. Мәҫәлән, бик ябай, әммә матур блузка һәм свитерҙар (бант, сылбыр кеүек деталдәрҙән башҡа) һеҙгә һәр саҡ кәрәк. Юбканың оҙонлоғо кәүҙәгеҙгә килешле булһын, улар төрлө фасонлы булһа, тағы ла яҡшыраҡ.

Салбар һәм джинсылар нисек кенә уңайлы булмаһын, күлдәктәр ҡатын-ҡыҙ күркәмлеген нығыраҡ аса. Уларҙың күп булыуы һис тә кәрәк түгел, әммә уны кейеп халыҡ араһына сығыу менән ҡатындар “аһ” итерлек булһын!

Аңлағанһығыҙҙыр, күркәм, һылыу булып күренеү өсөн кейемде күпләп алыуҙың кәрәге юҡ, ул матур, зауыҡлы булырға тейеш.

Яҙын-көҙөн ҡара-ҡора кейемдә йөрөп донъяны ҡараңғыла­таһығыҙ түгелме? Өфө туҡталыш­тарында автобус көтөп торғанда, бер үк төҫтә кейенгән халыҡты күреп, кәйеф төшә. Миҙгелгә ярашлы кейем һайлай белегеҙ, йылы ла, уңайлы ла, зауыҡлы ла булһын.
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: