Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 00:07

Хѳрмәтулла Үтәшев Конституцияға индерелгән тѳҙәтмәгә ҡарашын белдерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы Конституцияға рус теле тураһында ѳҫтәмә индерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы Конституцияға рус теле тураһында ѳҫтәмә индерҙе. Ошо хаҡтағы һорауға ил Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков Рәсәй Конституцияһына индерелгән “илде ойоштороусы милләт” тѳшѳнсәһе аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтарҙы бер нисек тә ҡыҫмай, тип белдерҙе.

Асыҡлап әйткәндә, Рәсәй Консититуцияһының 69-сы статьяһының яңы редакцияһы буйынса Дмитрий Песков:«Нәҡ ундааҙ һанлы аҫаба халыҡтарҙың хоҡуғын яҡлана, Рәсәйҙәге бѳтә милләттәрҙең һәм этник берлектәрҙең мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, сит илдә йәшәгән ватандаштарға ярҙам тәҡдим ителә», - тине.

Был йәһәттән тѳрлѳ фекерҙәр бар. Рәсәйҙең халыҡ артисы Хѳрмәтулла Үтәшев тә ошондай үҙгәрештәр индереүгә ҡарата үҙенең ҡарашы менән уртаҡлашты.

«Беҙ – тѳрлѳ милләттәр, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, рустар һәм башҡалар Союз тарҡалғандан һуң күп милләтле булған Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Конституцияла быға тиклем булмаһа ла, рус теле күп халыҡтарҙы берләштереүсе көс булды һәм шулай булып ҡала. Шуға ла уға ҡағылышлы пункт тѳп документҡа индерелһә, минең уйымса, тик яҡшыға булыр. Әгәр яңылышмаһам, унда башҡа рус телле булмаған халыҡтарға туған телен һаҡлауҙы, үҫтереүҙе гарантиялаған пункт та бар, тимәк милли үҙенсәлектәр дәүләт тарафынан яҡланыласаҡ. Был тѳҙәтмәгә ыңғай ҡараштамын», - тип белдерә билдәле артист.

Тѳҙәтмәләр индерелгән Конституцияны парламент хуплаһа һәм Конституция суд ыңғай ҡарар сығарһа, 18 мартта документ ил Президенты Владимир Путинға ҡултамғаға тапшырыласаҡ.

Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: