Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Март 2020, 11:27

Эшҡыуарҙар Башҡортостан башлығынан «төрлө кимәлдәге түрәләрһеҙ» осрашыу ойоштороуын һораны

.

Бәләбәйҙә һуңғы йылда теркәлгән эшҡыуарҙар һаны артҡан. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Бәләбәй хакимиәте башлығы урынбаҫары Татьяна Горденко хәбәр итте. Ҡаланың һәм яҡындағы райондарҙың бизнес берләшмәһе менән осрашыуҙа республика етәксеһе «ауыртҡан урындарҙы»: муниципалитетта «эшҡыуарҙар сәғәттәрен» ойоштороуҙы, «Минең бизнесым» үҙәген һәм һәм коворкинг-офистар булдырыуҙы, рөхсәтһеҙ эшләгән коммерсанттарға ҡаршы тороуҙы тикшерҙе.
«Мин махсус рәүештә район башлығынан ошо осрашыуҙы ойоштороуын һораным. Бизнесты үҫтереү – беҙҙең өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе. Бының өсөн барыһын да эшләрбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, бизнесмендар республика башлығына тағы бер, ләкин «төрлө кимәлдәге түрәләрһеҙ» осрашыу ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Уны 12 мартта Стәрлетамаҡта бизнес-шерифтар форумында үткәрергә хәл ителде.
Башинформ
Фото: Олег Яровиков
05.03.2020
Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: